Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында “Украина кризисы һәм Рәсәй йәмғиәте” тип аталған "түңәрәк өҫтәл" үтте. Унда ғалимдар әлеге ваҡытта Украинала барған хәлдәрҙе, уларҙың Рәсәй халҡына йоғонтоһон тикшерҙе.
Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Украиналағы махсус операцияһы биологик һуғыштың таралыуына юл ҡуймағандыр, моғайын. Сәйәсәт фәндәр докторы, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Иҡтисад һәм идара итеү” журналының баш мөхәррире Рөстәм Латипов та ошо фекер яҡлы. Ул “түңәрәк өҫтәл”дә эксперт булараҡ сығыш яһаны.
“Рәсәй Ҡораллы Көстәре Украина биләмәһендә урынлашҡан Американың бер нисә биолабораторияһын баҫып алды. Етмәһә, Америка Ҡушма Штаттарының сәйәси эштәр буйынса дәүләт секретары урынбаҫары Виктория Нуланд рәсми рәүештә Украинала биологик тикшеренеү объекттары булыуын таныны. Һүҙ этник биологик ҡорал хаҡында бара. Ул Көнсығыш Европа халҡын зарарлаясаҡ, ләкин Көнбайыш Европа халҡы өсөн зыянһыҙ тиерлек буласаҡ модификацияланған вирус булдырыу маҡсатында әҙерләнәлер, моғайын. Бындай биолабораторияларҙың ни өсөн Украинаның көнсығышында булыуы аңлашыла. Уларҙы Оклахомда урынлаштырыуҙың мәғәнәһе юҡ, сөнки унда башҡа генофондҡа ҡараған кешеләр йәшәй. Һәм, киреһенсә, Көнсығыш украиндары, урыҫтар генофонды көнбайыш Рәсәйҙән Уралға тиклем яҡынса бер тигеҙ. Шуға күрә был лабораториялар Украинала урынлашҡан да инде, сөнки улар менән бәйле киң тикшеренеүҙәр үткәрергә, ҡан, мазоктар алырға кәрәк булған”, – ти Рөстәм Латипов.
Политолог-иҡтисадсы фекеренсә, Рәсәй бөгөн глобаль конфликтҡа юл ҡуймай, сөнки “глобаль капитализм системаһында күптән көрсөк күренештәре йыйылған”.
– Беҙ барыбыҙ ҙа даими рәүештә, нисек кенә булмаһын, Ҡушма Штаттарҙағы үҙәк менән глобаль финанс системаһының "һелкенгәнен" күрҙек. 2008 йылдан башлап Американың Федераль резерв системаһының эмиссия менән сикләнмәгән долларҙар ташлауы әлегә был көрсөктөң ваҡытын ғына сикләне, һәм ул Американың дәүләт бурысын ҡапыл юҡҡа сығара ине. Көнбайыш цивилизацияһы һәр ваҡыт көрсөктө донъяның көнбайыш өлөшөнән ситкә ташларға тырышты. Күрәһең, ошо өмөттөң бер ынтылышы коронавирус инфекцияһына булғандыр. Ләкин ул үҙен аҡламаны, шуға күрә ҙур һуғышты башлау, дөрөҫөн әйткәндә, Америка Ҡушма Штаттары мәнфәғәтендә. Украинала Рәсәй Ҡораллы Көстәре операцияһы ни тиклем тиҙ һәм аныҡ тамамланыр, донъяның ҙур һуғышҡа инерме-юҡмы икәнлеге шуға бәйле, – тип иҫәпләй Латипов.
Шулай уҡ мөһим мәсьәлә – Рәсәйгә ҡаршы иҡтисади санкциялар һәм көнбайыш предприятиеларын миллиләштереү мөмкинлеге. Рөстәм Латипов хәбәр итеүенсә, Рәсәйгә ҡаршы ҡабул ителгән санкциялар – санкциялар түгел, ә “көнбайыш донъяның көнбайыш булмаған донъяға ҡарата финанс емереклегенә хас, көтөлгән миҫал”.
– Беҙ был йәһәттән тәүге лә, һуңғы ла түгел. Беҙҙең ниндәй ҙә булһа фондтар, акциялар пакеты теләгән ваҡытта йәки уйлап сығарылған һылтау менән конфискациялана ала. Беҙгә законһыҙ финанс һуғышы иғлан иттеләр, илебеҙгә ҡарата иҡтисади емереклек акты эшләнде һәм быға көҙгө саралар менән яуап бирергә тейешбеҙ, – ти ул. – Санкцияларға килгәндә, уларҙың ауырлыҡ килтерәсәге аңлашыла. Әммә, күтәрә алһаҡ, иҡтисадыбыҙ, һис шикһеҙ, көсәйәсәк. Эйе, ул һуңынан көсәйер өсөн беренсе этапта ауырыраҡ үтәсәк. Рәсәйҙә үҙ изделиеларың өсөн бөтә кәрәк-яраҡты эшләргә мөмкин. Сит илдәргә бәйле йәшәргә ярамай. Үҙебеҙҙеке кәрәк, был ғәмәлгә тотонорға бер ҡасан да һуң түгел. Санкцияларға ҡарамаҫтан, етештереү тулыһынса Рәсәйҙә булырға тейеш”.
Фото: ufa-news.ru