Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Март 2022, 16:40

Фатирыңды сит ил кешеһе һатып алам тиһә...

Сит ил граждандарына күсемһеҙ милек менән алыш-биреш итеүҙә айырым ҡағиҙәләр булдырылды. 

Фатирыңды сит ил кешеһе һатып алам тиһә...
Фатирыңды сит ил кешеһе һатып алам тиһә...

"Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең ил менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булмаған сит илдәрҙең граждандары Рәсәй Федерацияһында сит ил инвестициялары менән эш итеүҙе контролдә тотоу буйынса Хөкүмәт комиссияһының рөхсәте менән генә күсемһеҙ милеккә бәйле алыш-биреш алып бара аласаҡ. Ошо хаҡтағы Указға РФ Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта әлеге Указ Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы һәм дәүләт органдары ҡатнашлығындағы алыш-бирештәргә ҡағылмай.

– 2021 йылда Башҡортостанда сит ил граждандары тарафынан 1,7 мең тирәһе күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ теркәлгән. Улар иҫәбенән 940 осраҡ – ер участкаһына, 357-һе – биналарға, 369-ы башҡа төрлө торлаҡ объекттарына бәйле. 2021 йылдың 31 декабренә ҡарата Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында беҙҙең төбәктә сит ил граждандары ҡатнашлығында башҡарылған 10,5 мең теркәлгән хоҡуҡ, алыш-биреш, шулай уҡ милеккә һалынған сикләүҙәр тураһында мәғлүмәт бар, – тип һөйләне "Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, сит ил граждандары ҡатнашлығындағы алыш-бирештәр башлыса һатыу-һатып алыу килешеүенә ярашлы башҡарыла, шул уҡ ваҡытта бүләк итеү һәм мираҫҡа ҡалдырыу осраҡтары ла бар.

Фото: rt-online.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: