Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында “Украина кризисы һәм Рәсәй йәмғиәте” тип аталған "түңәрәк өҫтәл" үтте. Унда ғалимдар, политологтар әлеге ваҡытта Украинала барған хәлдәрҙе, уларҙың Рәсәй халҡына йоғонтоһон тикшерҙе.
Сараны академия ректоры, философия фәндәре кандидаты, доцент Данияр Абдрахманов алып барҙы. Ул, Украинаның яңы милли батальондары һәм террористик ойошмаларының идеологик йөкмәткеһе күп осраҡта оҡшаш, тип белдерҙе.
“Беҙ быны милләтселек төркөмдәре ғәмәлгә ашырған эштәр буйынса күрәбеҙ. Мәҫәлән, улар граждандар менән ҡапланып эш итә. Тегеләр ҙә, былар ҙа файҙаланған маҡсаттар һәм ысулдар күп осраҡта уларҙы берләштерә”, - тип иҫәпләй политолог.
Уның белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин Украина, Беларусь һәм Рәсәй халыҡтары араһында туғандаш бәйләнештәр булыуы тураһында күп тапҡыр әйтте.
“Һүҙ һуғыш тураһында бармай, махсус операция хаҡында ғына, – тине Данияр Абдрахманов. – Ул гуманистик миссияны үҙ эсенә ала. Бында тыныс халыҡтың ғүмерен һаҡлау төп урынға ҡуйыла”.
Политологтың фекеренсә, Рәсәй ҡораллы көстәре махсус операция барышында көндәлек хәрәкәттәре менән Европала һәм тотош донъяла артабан тулы масштаблы һуғыш башланыу ихтималлығын юҡҡа сығара.
"Украинала процесс үҫешкән һайын, милләтселәрҙең дә, Украина хөкүмәтенең дә яңы факттары асылғандан-асыла бара, мин бында биолабораторияларҙы ла, ядро ҡоралын эшләргә маташыуҙарҙы ла күҙ уңында тотам. Быны бар донъя белә бара. Европанан күршеләребеҙ ысынында Украинала нимә эшләнеүен, илебеҙҙең махсус операцияһының ысынлап та демилитаризацияға, милләтселеккә ҡаршы йүнәлтелгән булыуын аңлай баралыр тип уйлайым, сөнки Украинала йыйыла һәм үҫешә алырлыҡ ресурстарҙы Европаның ҡайһы бер дәүләттәренә ҡаршы ла йәйелдереп булыр ине", – тине Данияр Абдрахманов.
Фото: Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы.