Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Март 2022, 22:30

"Махсус операция ваҡытында башланды"

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының политология, социология һәм философия кафедраһы мөдире, сәйәсәт фәндәре кандидаты Гөлдәр Камалова ниндәй фекерҙәрен еткерҙе?

"Махсус операция ваҡытында башланды"
"Махсус операция ваҡытында башланды"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында “Украина кризисы һәм Рәсәй йәмғиәте” тип аталған "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Унда ғалимдар әлеге ваҡытта Украинала барған хәлдәрҙе, уларҙың Рәсәй халҡына йоғонтоһон тикшерҙе.

“Башҡортостан” гәзитенә быға бәйле фекерҙәрен Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының политология, социология һәм философия кафедраһы мөдире, сәйәсәт фәндәре кандидаты Гөлдәр Камалова еткерҙе.

"Был Рәсәй менән Украинаның ғына проблемаһы түгел, ә бар донъя, АҠШ, Европа илдәре өсөн дә ҙур бәлә. Беҙҙең Рәсәй Ҡораллы Көстәре министрлығы хәбәр итеүенсә, март башы тирәһендә Донбасҡа, Ҡырымға һөжүм әҙерләнгән. Был турала мәғлүмәт күп булды. Шуға күрә беҙҙең әлеге аҙым – алға ҡарап, уйлап, белеп эшләнгән операция", – тигән фекерҙә ул.

Гөлдәр Рәшит ҡыҙы Украина биләмәһендә табылған биолабораториялар тураһында ла фекерҙәрен белдерҙе.

– Ошо көндәрҙә 30 биолаборатория табылған, улар ошоға тиклем “йәшерен” грифы аҫтында булған. Хәҙер Вашингтон уларҙың булыуын үҙе таныны. Тимәк, был лабораториялар оҙайлы ваҡыт эшләгән, төрлө тикшереүҙәр үткәргән. Шуныһы ҡыҙыҡ, Америка Ҡушма Штаттары әллә ҡайҙағы контенентта ята, ә лабораториялары беҙҙең танау осонда - Украинала, уларҙың беҙгә лә тәьҫир итеүе бар бит. Хәҙер уларҙың барлығы, ниндәй ҡалаларҙа урынлашҡаны тураһында беләбеҙ. Киевта, Харьковта, башҡа урындарҙа. Унда тағун, коронавирустан да ҡурҡынысыраҡ сирҙәр тикшерелгәндер тип иҫәпләйем. Беҙҙең ябай халыҡ өсөн ҙур хәүеф менән янауы бар ине. Был махсус операцияның урынлы һәм ваҡытлы булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләй, – ти Гөлдәр Камалова.

Уның фекеренсә, беҙҙең армия урындағы ябай халыҡты ҡурсалай, махсус гуманитар коридорҙар булдырып сығара. “Ә тегеләр үҙ халҡын тере ҡалҡан итеп ҡуллана. Бронетехникалары, танктары кешеләр йәшәгән урындарҙа, социаль объекттар янында урынлашҡан. Ҡот осҡос бит! Беҙҙең армия ябай халыҡты үлтермәҫкә, ҡотҡарырға тырыша”, – ти ул.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: