Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Март 2022, 18:30

Яңы закон яңы мөмкинлектәр аса

Ул ҡабул ителгәнгә тиклем бындай биләмәләрҙе ҡулланыуға сикләүҙәр булды, уларҙы ҡуртымға ғына алып була ине.

Яңы закон яңы мөмкинлектәр аса
Яңы закон яңы мөмкинлектәр аса

Башҡортостанда йылғалар, күлдәр, каналдар һәм һыуһаҡлағыстарҙы санитар һаҡлауҙың икенсе һыҙатында урынлашҡан ер участкаларын милеккә биреү мөмкинлеге тураһында Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған федераль закон үҙ көсөнә инде.

“Закон ҡабул ителгәнгә тиклем бындай биләмәләрҙе ҡулланыуға сикләүҙәр булды, уларҙы ҡуртымға ғына алып була ине. Проблема Өфө агломерацияһында, эсәр һыуҙың икенсе һыҙаты арҡаһында күп ер участкаларының әйләнешендәге сикләүҙәргә бәйле, бигерәк тә киҫкен торҙо. Хәҙер ер участкалары ҡуртымсылары, шул иҫәптән бәләкй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары уларҙы милеккә алыу хоҡуғына эйә булды", - тип хәбәр итә Башҡортостан ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрының беренсе урынбаҫары Дмитрий Суслин.

Закон шулай уҡ икенсе һыҙатта урынлашҡан ер участкаларын ҡабаттан бүлеү мөмкинлеген дә бирә.

Икенсе һыҙатта урынлашҡан ҡорамалдар, биналар хужалары, был объекттар законға ярашлы теркәлгән осраҡта, ер участкаларын һатып алыу хоҡуғына эйә була ала.

Сығанаҡ: республика Хөкүмәте сайты.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: