Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов бөгөн “Инстаграм”да үҙенең һуңғы яҙмаһын ҡалдырҙы һәм социаль селтәрҙән китте.
“Америка, үҙенең “ҡул аҫтындағы” Facebook һәм Instagram социаль селтәрҙәрен файҙаланып, ялған яңылыҡтар етештерә, ябай кешерҙең ышанысы менән файҙалана һәм уларҙы яңылыштыра. Ялған мәғлүмәт Рәсәй халҡына, дәүләтебеҙгә дискредитация яһай.
Мәғлүмәт киңлеге асыҡ, бойондороҡһоҙ һәм, тәү сиратта, дөрөҫ булырға тейеш тип иҫәпләйем, кешеләргә ваҡиғаларға анализ яһарға һәм уға ҡарата үҙ мөнәсәбәтен формалаштырырға мөмкинлек бирергә кәрәк. Үкенескә күрә, Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашып, бурыстарын намыҫлы һәм батырҙарса үтәгән беҙҙең халыҡҡа ҡаршы агрессияларҙан торған Америка социаль селтәрҙәре хаҡында әлегә быны әйтеп булмай.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ошо мәсьәләгә ҡарата үҙ фекерен аныҡ белдерҙе һәм “Facebook”тағы сәхифәләренән файҙаланмай башланы. Бында мин илһөйәрлекте күрәм һәм үҙемдең, Ватанын яратҡан дәүләт хеҙмәткәре булараҡ, ошо рәүештә эш итеүҙе әхлаҡи бурысым тип иҫәпләйем. Мин фейктар һәм асыҡтан-асыҡ алдаштар менән тулы мәғлүмәти майҙанда йәшәргә теләмәйем, шуға күрә “Инстаграм”да ла булған сәхифәләремде юйырға булдым.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының тормошо һәм үҙем тураһындағы бөтә мәғлүмәтте үҙемдең рәсми телеграм-каналымда https://t.me/rustem_gazizov_str баҫып сығарасаҡмын. Мин аралашыу өсөн асыҡ ҡалам. Бәйләнештә буласаҡбыҙ!”
Фото: rostov.aif.ru