Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Март 2022, 13:30

Украина көрсөгө Рәсәй йәмғиәтенә нимә менән янай?

Ғалимдар һәм политологтар түңәрәк өҫтәлдә ошо һорауҙарға яуап бирергә тырышты. 

Украина көрсөгө Рәсәй йәмғиәтенә нимә менән янай?
Украина көрсөгө Рәсәй йәмғиәтенә нимә менән янай?

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, кисә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында “Украина көрсөгө һәм Рәсәй йәмғиәте” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Академия, Курск дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт академияһы, “Берлек” геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге, Мәскәүҙең “Прогноз” мәғлүмәт-аналитика үҙәге ғалимдары һәм эксперттары Украина биләмәһендәге махсус операция агрессия, русофобия, санкциялар тыуҙырыуын таныны.

– Быларҙың барыһы ла Рәсәй иҡтисадына ғына түгел, донъяның күп кенә илдәре иҡтисадына ла йоғонто яһай.  Бөгөн беҙ фәнни алымдарҙы файҙаланып, хәлдең сәбәптәренә һәм уны үҫтереү мөмкинлектәренә анализ яһарға, Украинала ҡаршылыҡ барлыҡҡа килеү факторҙарын билдәләргә, кәм тигәндә, БДБ илдәре киңлегендә һәм донъя кимәлендә хәүефһеҙлек принциптары ниндәй булырға тейешлеген аңларға теләйбеҙ. Башҡортостан Республикаһын Украина менән Луганск өлкәһендә туғандар ҡәберлегендә Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың ерләнеүе бәйләй. Республика әлеге ваҡытта гуманитар конвойҙың икенсе колоннаһын әҙерләй. Академия, шул иҫәптән Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары ғалимдарын йәлеп итеп, барған процестарға фәнни баһа бирергә ынтыла, – тине Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры һәм осрашыуҙың модераторы Данияр Абдрахманов.

“Экономика и управление: научно-практический журнал” журналының баш мөхәррире, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының Республика кадрҙарҙы һынау үҙәге начальнигы, сәйәсәт фәндәре докторы Рөстәм Латипов үҙ сығышында Украинала конфликтты үҫтереү сәбәптәренә һәм мөмкин булған сценарийҙарына анализ яһаны.

Бәхәстең төп сәбәптәре сифатында ул Украина ССР-ын ойоштороуҙың территориаль факторын, уның СССР составынан законһыҙ сығыуын, уның составына Севастополде (бөтә Союз әһәмиәтендәге ҡалаларҙы) индереүҙе билдәләне. Бөгөнгө конфликттың туранан-тура сәбәптәре сифатында докладсы Украина яғы тарафынан Минск килешеүҙәрен үтәүҙән баш тартыуҙы, Донбасс халҡының геноцидын, НАТО-ға инеү тураһында килешеүгә өлгәшеүҙе, Бөйөк Британия менән ядро ҡоралы алыуға килешеүҙе, биотехник лабораториялар булдырыуҙы, Харьков эргәһендә ракеталар урынлаштырыуҙы билдәләй. Ваҡиғалар үҫешенең артабанғы сценарийҙары сифатында Ҡырым менән ЛДНР-ҙың бойондороҡһоҙлоғон, йәки Украина территорияһында федератив республика булдырыу айырып күрһәтелә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының политология, социология һәм философия кафедраһы доценты, сәйәсәт фәндәре кандидаты Владимир Савичев Украинала граждандар ҡаршы тороу факторҙарын яҡтыртты. Улар араһында Рәсәй йөҙөндә дошман образының формалашыуын, йәшәү кимәленең түбәнәйеүен, эшһеҙлекте, хаҡтарҙың артыуын, һаулыҡ һаҡлау системаһының тарҡалыуын, фән һәм мәғарифтың боҙолоуын, коррупцияны, Көнбайыш илдәренең Донбаста тыныс халыҡ араһында булған ҡорбандарыға әһәмиәт бирмәүен билдәләне.

 

“Прогноз” мәғлүмәт-аналитика үҙәге директоры, Мәскәү педагогия дәүләт университетының Попечителлек советы секретары Юрий Московский “Рәсәйҙә Украина граждандарына кәрәкле ярҙам саралары тураһында” темаһы менән сығыш яһаны. Белгес, Рәсәй Федерацияһы территорияһына күсеп килергә мәжбүр булған Украина граждандарына ярҙам сараларына иғтибар итергә кәрәк, тип иҫәпләй. Төп саралар сифатында ул Рәсәй гражданлығын тиҙ арала алыу, “ҡасҡын” статусын биреү, “Рәсәй Федерацияһы гражданлығы тураһында”ғы Федераль законды билдәләй. Бынан тыш, ҡасаҡтарға социаль ярҙам итеү буйынса саралар комплексын әҙерләргә кәрәк буласаҡ.

Этносәйәсәтте һәм конфликтологияны өйрәнеү секторы етәксеһе, “Берлек” геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге эксперты, сәйәсәт фәндәре кандидаты Артур Сөләймәнов “Украина ваҡиғалары контексында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе хәүефһеҙлегенең заманса принциптары: эксперт рефлексияһы” доклады менән сығыш яһаны. Мәҫәлән, ул Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе хәүефһеҙлеген заманса аңлатыуға бәйле мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Һуңғы ваҡытта берләшмә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өлкәһендә башҡа дәүләттәр өсөн бик талап ителгән һәм йәлеп итеүсәнгә әүерелә бара. Саҡырыуҙар бөгөн модификациялана. Яңы программа кәрәк, һәм ул хәүефһеҙлек өлкәһендә Ҡаҙағстан, Белоруссия һәм Украиналағы хәлдәрҙе иҫәпкә алып әҙерләнә. “Төҫлө революциялар” көсөргәнешлерәк була бара һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенә янай.

 

#Объясняем_Башкортостан #Объясняемрф

Фото: БАГСУ.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: