Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Март 2022, 14:30

Ҙур митинг-концерт ойоштороласаҡ

Радий Хәбировҡа арҙаҡлы табиптар, уҡытыусылар, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, депутаттар, дин әһелдәре Рәсәй Президенты курсын хуплап, ҙур митинг-концерт ойошторорға тәҡдим иткән.

Ҙур митинг-концерт ойоштороласаҡ
Ҙур митинг-концерт ойоштороласаҡ

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға республиканың билдәле йәмәғәтселәре мөрәжәғәт итеүе тураһында әйтте. Радий Фәрит улына арҙаҡлы табиптар, уҡытыусылар, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, депутаттар, дин әһелдәре Рәсәй Президенты курсын хуплап, ҙур митинг-концерт ойошторорға тәҡдим иткән. Шулай уҡ был сара Украинала булған егеттәрҙең дә рухын күтәрер ине тигән фекерҙә улар.

Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы. Ул үҙенең хакимиәте вәкилдәренә йәмәғәт тәртибен һәм коронавирус сикләүҙәрен иҫәптә тотоп, ошондай сара үткәрергә әҙерлек башларға ҡушты.

Фото: mkbryansk.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: