Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Март 2022, 16:45

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Өфөлә Украинала барған махсус операцияға теләктәшлек белдереү ниәте менән митинг-концерт үтә.   

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

18 мартта Өфөлә Салауат Юлаев майҙанында (“Торатау” конгресс-холы алдында) Рәсәй Президенты Владимир Путин алып барған курсты һәм Украинала ил армияһының махсус операцияһын яҡлап, “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тип аталған ҙур митинг-концерт була. Белеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сараны ойоштороу идеяһын хуплағайны.

14.00 сәғәттә башланасаҡ митинг-концертта Элвин Грей һәм «Город 312» поп-рок төркөмө сығыш яһаясаҡ. Был сараны үткәреүҙе республиканың йәмәғәт эшмәкәрҙәре хуплап ҡаршы алды. Улар иҫәбендә отставкалағы билдәле тәфтишсе, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Виктор Гурьев та бар.

“Республиканың Афғанстан ветерандар союзы Донецк һәм Луганск халҡына, армиябыҙға, илебеҙ Президенты баш командующий Владимир Путинға, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа булышлыҡ итеү йәһәтенән күмәк сара уҙғарыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Сарала битараф булмаған һәр кем ҡатнашырға тейеш.  Минеңсә, был махсус операция түгел, ә беҙ башламаған низағтың тамамланыуы – уны Көнбайыш илдәре ҡуҙғатты. Донбасста һигеҙ йыл буйына Шухевичтың, Бандераның эйәрсендәре һәм власты яулап алған башҡа шаҡшы әҙәмдәрҙең законһыҙлығы хөкөм һөрҙө. Улар яңы "Нюрнберг"тағы яуызлыҡтары өсөн яуап бирергә тейеш. Бизмәнгә киләсәгебеҙ, илебеҙҙең һәм балаларыбыҙҙың иртәгәһе көнө һалынған», - тине Виктор Гурьев.

Ул шулай уҡ, Рәсәй менән Украина һәр ваҡыт дуҫ илдәр булды һәм йылдар дауамында бергә йәшәне һәм үҫте, тип билдәләне.

“Беҙҙең өсөн Украина – туғандаш ил, шуға күрә беҙ уларға ярҙам итергә, бергә булырға тейешбеҙ. Шулай уҡ 18 мартта Өфөнән Донбассҡа икенсе гуманитар ярҙам ебәреү күҙаллана, унда беҙҙең ойошма егеттәре колоннаны оҙатып барырға әҙер», - тине Виктор Гурьев.

Фото: Валерий Шахов

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: