Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Март 2022, 22:00

“Әлеге мәлдә нығыраҡ берләшергә тейешбеҙ"

Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина митинг-концертҡа ҡарата ниндәй фекерҙә?

“Әлеге мәлдә нығыраҡ берләшергә тейешбеҙ"
“Әлеге мәлдә нығыраҡ берләшергә тейешбеҙ"

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, оҙаҡламай Өфөлә митинг-концерт ойошторола. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, дин әһелдәре Башҡортостан Башлығына ошондай сара уҙғарыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткәйне. Улар митингта ил Президенты сәйәсәтен, Украиналағы махсус хәрби операцияны хуплауҙарын, унда ҡатнашҡан ир-егеттәргә теләктәшлек белдерергә ниәтләй.

“Ватаныбыҙҙың яҙмышы хәл ителгән мәлдә барыбыҙ ҙа берләшергә тейеш. Йәмғиәткә илһөйәрлегебеҙҙе белдерергә бурыслыбыҙ”, - ти Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.

– 2014 йылдың мартында Ҡырым төрлө һынауҙар аша үтеп, үҙ төйәгенә - Рәсәй Федерацияһына ҡайтты. Бар донъяға халыҡтар берҙәмлегенең ҡиммәтен раҫланы. Беҙ бөгөн бергә, берҙәм, көслө, бер кемдән дә ҡурҡмайбыҙ. Үҙ халыҡтарын, милли ихтыяждарын һаҡлаған илдә йәшәйбеҙ һәм йәшәйәсәкбеҙ. "Ҡырым яҙы" тарихыбыҙға татыулыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек билдәһе булып инде. Һәр беребеҙ күңелендә ҡатмарлы геосәйәси шарттарҙа ышаныслы алға атлаған илебеҙ, дәүләтебеҙ, дуҫлығыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Дошмандар һәр тарихи боролошта төрлө, әммә "Ҡырым яҙы" мәңгелек. Һәм бөгөн илебеҙгә, бөгөнгөбөҙгә һәм киләсәгебеҙгә ҡурҡыныс янағанда беҙ берҙәм, үҙ тарихыбыҙ, илебеҙ, дошмандарҙы тар-мар иткән яугирҙәребеҙ менән бергәбеҙ. "Ҡырым яҙы" - азатлыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек яҙы, – тине Зөһрә Рәхмәтуллина.

Митинг Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған көнөндә - 18 мартта - ойошторола. Унда башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнаша. Төп ҡунаҡтар – Радик Юлъяҡшин һәм “Город 312” төркөмө. Сара Өфөнөң “Торатау” конгресс-холы янындағы майҙанда үтә. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: