Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Март 2022, 22:30

Өфө ҡалаһы башлығы һайланды

"Өфөләр – талапсан һәм аҡыллы, ғәҙелһеҙлеккә һиҙгер халыҡ. Улар менән эшләй белеү мөһим".

Өфө ҡалаһы башлығы һайланды
Өфө ҡалаһы башлығы һайланды

Өфө ҡала Советы депутаттары 11-се сираттан тыш ултырышта хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиевте рәсми рәүештә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп һайланы. Уның өсөн 31 депутат тауыш бирҙе.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы, конкурс комиссияһы рәйесе Урал Килсенбаев һүҙҙәренсә, конкурста ҡатнашыу өсөн һигеҙ кандидат документ тапшырған. Ратмир Мәүлиевтән тыш, “102тендер.ру аутсорсинг агентлығы” директоры Азамат Ғәлин, “Уфагорсвет” предприятиеһы директоры Илдар Чанышев һәм Йәшелсә-емеш продукцияһы импортерҙары ассоциацияһы вице-президенты, ҡала Советы депутаты Артур Шәйнуров һайлап алынған. Урал Килсенбаев кандидаттарҙың биографияһы һәм конкурс комиссияһы йомғаҡтары буйынса һәр береһенең рейтингы менән таныштырҙы.

– Бөгөн – Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн мөһим көн. Өфөнө йәшәү өсөн уңайлы ҡала итеп күрәм. Баш ҡала менән идара итеү алымдарын үҙгәртергә ваҡыт етте. Ҡалаға заманса медицина кәрәк, Өфө йәшел баш ҡала статусын раҫларға тейеш. Төп маҡсат – халыҡтың лайыҡлы йәшәү кимәлен тәьмин итеү, – тине Ратмир Мәүлиев ҡала Советы депутаттары алдындағы сығышында.

Ул шулай уҡ эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү, тикшереүҙәрҙе кәметеү, халыҡ менән даими аралашыу мөһимлеге хаҡында белдерҙе.

Урал Килсенбаев ҡала Советы депутаттарына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән рәхмәт белдерҙе, уларҙың төплө ҡарар ҡабул иткәнен билдәләне.

– Беҙ бында, хеҙмәт фронтында, еңергә тейешбеҙ, халыҡтың килемен төшөрөүгә, эшһеҙлеккә, предприятиеларҙың ябылыуына юл ҡуйырға ярамай. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа айырыуса иғтибар бирергә, ярҙам итергә кәрәк. Ҡалаға һалымдарҙың килеүе мөһим. Өфөләр – талапсан һәм аҡыллы, ғәҙелһеҙлеккә һиҙгер халыҡ. Улар менән эшләй белеү мөһим, – тине Урал Килсенбаев.

Белешмә:

Ратмир Мәүлиев 1989 йылдың 14 авгусында Нефтекама ҡалаһында тыуған. 2011 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған (юрист). Шул уҡ йылда Мәскәүҙә халыҡ-ара юғары бизнес мәктәбендә ҡайтанан әҙерлек үткән. 2014 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетында уҡып сыҡҡан. 

Ул шәхси эшҡыуар булып эшләгән, Татарстанда муниципаль район башлығы кәңәшсеһе булған. 2019 йылдың мартында Нефтекама хакимиәте башлығы итеп һайлана. 16 февралдән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы.

Фото: Өфө ҡала хакимиәте сайты.

Өфө ҡалаһы башлығы һайланды
Өфө ҡалаһы башлығы һайланды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: