Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Март 2022, 15:00

Беҙ яңғыҙ түгел!

"Киләсәктең ниндәй буласағы һәр беребеҙҙән тора. Беҙгә берҙәмлек кәрәк! Һалдаттарыбыҙ балаларыбыҙҙың, ейәндәребеҙҙең һәм бүләләребеҙҙең киләсәген яҡлай". 

Беҙ яңғыҙ түгел!
Беҙ яңғыҙ түгел!

Иртәгә Өфөлә ҙур митинг-концерт ойошторола. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, дин әһелдәре Башҡортостан Башлығына ошондай сара уҙғарыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткәйне. Улар митингта ил Президенты сәйәсәтен, Украиналағы махсус хәрби операцияны хуплауҙарын, унда ҡатнашҡан ир-егеттәргә теләктәшлек белдерергә ниәтләй. Башлыҡҡа мөрәжәғәт иткәндәр араһында Башҡортостан Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин дә бар. Ул был сараға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

– Украинаны нацизм үҫешкән, илде ҡоралландырған һәм уның халҡын юҡ иткән урынға әүерелдереүселәрҙең сәбәптәре, алымдары һәм маҡсаттары барыһына ла аңлашыла. Улар дөйөм кешелек ҡиммәттәренән баш тартҡан һәм донъябыҙҙы тәртипһеҙлеккә һәм емереклеккә батырырға тырыша.

Әммә беҙ яңғыҙ түгел! Башҡа донъя ла беҙҙең менән! Ошо ваҡытта ил эсендә лә беҙ бергә булырға тейешбеҙ. Был ҡурҡыныс бер кимәлдә бөтә халыҡҡа ла – христиандарға ла, мосолмандарға ла, башҡа конфессиялар вәкилдәренә лә ҡағыла! Хәҙер һәр беребеҙҙән киләсәктең ниндәй буласағы тора. Беҙгә берҙәмлек кәрәк! Һалдаттарыбыҙ балаларыбыҙҙың, ейәндәребеҙҙең һәм бүләләребеҙҙең киләсәген яҡлай. Беҙ бергә йыйылып уларҙы хуплауыбыҙҙы күрһәтәбеҙ!

Митинг Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған көнөндә - 18 мартта - ойошторола. Унда башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнаша. Төп ҡунаҡтар – Радик Юлъяҡшин һәм “Город 312” төркөмө. Сара Өфөнөң “Торатау” конгресс-холы янындағы майҙанда үтә. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Фото: dumrb.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: