Башҡортостанда Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Был акцияға республиканың күпселек ойошмалары ҡушылды. Мәҫәлән, бөгөн Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты вәкилдәре иң мөһим кәрәк-яраҡ әйберҙәрен “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ҡарамағындағы ЛНР һәм ДНР граждандарына йәмәғәт ярҙамы штабына алып килде. Улар оҙайлы һаҡлауҙағы аҙыҡ-түлек тейәлгән 38 йәшник йыйған.
“Донбасс инде һигеҙ йыл ҙур бәләлә. Яҡынса 14 мең кеше ошо осорҙа бәләгә тарыған. Беҙ, күршеләр, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ. Бер кем дә кешеләрҙең проблемаларынан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Улар өйҙәрен үҙ ирке менән ҡалдырып китмәгән, әммә Тыуған илебеҙ ғәйәт ҙур һәм берҙәм – икмәк барыһына ла етерлек. Бер-береңде хөрмәт итеп, туғандарса хеҙмәттәшлек иткәндә, ниндәй генә проблемалар килеп тыумаһын, улар хәл ителә. Хәҙер хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ хәл итәсәк – тик тыныслыҡ булһын, – тине Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин. – Беҙ ысын күңелдән ошо республикаларҙа йәшәүселәргә ярҙам итәбеҙ. Хоҙай насип итеп, тиҙҙән михнәтле төбәктә тыныслыҡ һәм именлек тергеҙелер”.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге координаторы Раил Әҙиәтуллин теләгән һәр кем гуманитар ярҙам йыйыуға ҡушыла алыуын билдәләне.
“Беҙҙең пунктта республика халҡы оҙайлы һаҡлауҙағы аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена саралары, балалар өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйған. Йыйылған гуманитар ярҙам сортҡа бүленде һәм Донецк, Луганск республикаларында йәшәүселәргә оҙатыуға әҙерләнде”, – тип билдәләне Раил Әҙиәтуллин.
Гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса Йәмәғәт ярҙамы штабында ҡабул ителә. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бөтә 63 бүлексәһендә лә.
Эш режимы:
Дүшәмбе - йома иртәнге 9-ҙан киске 9-ға тиклем.
Шәмбе - йәкшәмбе иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем.
Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге - 8 (347) 218-19-19.
Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.
Фото: "Берҙәм Рәсәй".