Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Март 2022, 17:35

Митинг-концертты тура эфирҙа ҡарағыҙ!

Трансляция телевидениела һәм социаль селтәрҙәрҙә 13.55 сәғәттә башлана.

Митинг-концертты тура эфирҙа ҡарағыҙ!
Митинг-концертты тура эфирҙа ҡарағыҙ!

Иртәгә, 18 мартта Өфөләге Конгресс-холл алдындағы майҙанда Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуының һигеҙенсе йыллығына арнап “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” тигән ҙур митинг-концерт үтә. Был көндө 2014 йылда, Ҡырымда һәм Севастополдә бөтә халыҡ референдумы уҙғарғандан һуң, рәсми рәүештә Рәсәйгә уның тарихи биләмәләре ҡайтты.

Йәмәғәт эшмәкәрҙәре башланғысы буйынса митинг-концерт шулай уҡ 2022 йылдың 22 февралендә Рәсәй үҙаллылығын таныған Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына һәм Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Ҡораллы Көстәренә ярҙам итеүгә арналасаҡ. Митингта ҡатнашыусылар шулай уҡ ил Президенты Владимир Путин курсын яҡлауҙарын билдәләйәсәк.

Өфөләге был саралар “Zа мир!”, “Zа Россию!”, “Zа Президента!” тигән лозунгтар аҫтында үтәсәк. Унда билдәле йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәр ҙә ҡатнашасаҡ. Тамашасыларҙы эстрада йондоҙҙары концерты көтә, уның төп сығыш яһаусылары – Elvin Grey һәм “Город 312” төркөмө.

Башҡортостан халҡы был ҙур митинг-концертты республика телеканалының тура эфирында ҡарай аласаҡ. Трансляцияны Башҡортостан юлдаш телеканалы ойошторасаҡ. Бынан тыш, уны “Башҡортостан 24”, “Сәләм” телеканалдарында, һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендә https://vk.com/wall-27097047_288651 һылтанмаһы буйынса ҡарарға мөмкин. Трансляция 13.55 сәғәттә башлана.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в