Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Март 2022, 16:45

Беҙ Башҡортостан халҡына бик рәхмәтле!

Луганск Халыҡ Республикаһының Петровский ҡалаһы мәктәбе директоры ихлас рәхмәттәрен әйтте. 

Беҙ Башҡортостан халҡына бик рәхмәтле!
Беҙ Башҡортостан халҡына бик рәхмәтле!

Бөгөн Өфөлә “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тип аталған ҙур митинг-концерт үтә. Сара илебеҙҙең Президенты курсын яҡлап, Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға теләктәшлек күрһәтеү булараҡ үткәрелә. Шулай уҡ Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына һигеҙ йыл тулыуға ла арнала.

Был сарала Луганск Халыҡ Республикаһының Петровский ҡалаһындағы Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп директоры Гөлназ Серова ла ҡатнашты. Алдараҡ хәбәр итеүебеҙ буйынса, 16 мартта ғына беҙгә был мәктәптән 30 бала килде. Улар “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында һаулығын төҙәтәсәк, республикабыҙ менән танышасаҡ һәм мәҙәни сараларға йөрөйәсәк.

Митинг-концертта ҡатнашҡан Гөлназ Серова республикабыҙ етәкселегенә һәм бар Башҡортостан халҡына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

– Һеҙҙең республикаға килеү беҙҙең балаларыбыҙ өсөн ҙур шатлыҡ, оҙаҡ йылдар дауамында беҙгә ярҙам иткән һоҡланғыс кешеләрҙе күреү ҙур бәхет. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың, шәхсән Радий Фәрит улының ярҙамы менән балаларыбыҙ бер аҙ тыныс тормош күрһен өсөн беҙ бында килә алдыҡ. Беҙҙә был мәхшәр һигеҙ йыл буйы дауам итә, балалар һәләк була, өйҙәр емерелә. Башҡортостандың был ҡайғыға тәүгеләрҙән булып ҡушылыуы һәм беҙгә ярҙам ебәреүе өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Ул беҙгә даими килеп тора, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәр, Шайморатов исемендәге Петровский мәктәбе уҡыусылары һәм ата-әсәләренән ҙур рәхмәт һеҙгә, дуҫтарыбыҙ. Тиҙҙән һуғыш тамамланыр һәм рус халҡының еңеүенә өмөтләнәбеҙ, – тип билдәләне Гөлназ Серова.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: