Бөгөн, 18 мартта, Башҡортостан эҙәрмәндәре Ҡырымдың илебеҙгә ҡушылған көнө уңайынан Ирәмәл тауы түбәһенә Рәсәй, Башҡортостан һәм Ҡырым Республикаһы флагтарын күтәрҙе.
Был турала “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Башҡортостан төбәк бүлексәһе советы рәйесе Владимир Волков һөйләне.
– Ҡырым Республикаһы менән Башҡортостан эҙәрмәндәре 2014 йылда уҡ бәйләнештә булды. Ләкин яңынан ҡушылғандан һуң эш юғарыраҡ кимәлгә күсте – Белогорск районында вахталар ойошторола, Ҡырым эҙәрмәндәре беҙгә килә, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ һәм башҡалар.
Шуға күрә 18 март беҙҙең өсөн календарҙағы ябай дата ғына түгел, ул күптәнге дуҫтарыбыҙҙың ҡайтҡан көнө. Әле Ирәмәл осраҡлы һайланманы – бер аҙнанан бында "Заоблачный фронт. Иремель” тип аталған төбәк-ара хәрби-спорт фестивале үтәсәк. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кавказ өсөн һуғыш башланыуҙың 80 йыллығына арнала, – тине Владимир Волков.
Фото: "Башинформ".