Бөгөн Өфөлә “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тип аталған ҙур митинг-концерт үтә. Сара илебеҙ Президентыбыҙ курсын яҡлап, Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға теләктәшлек күрһәтеү булараҡ үткәрелә. Шулай уҡ Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына һигеҙ йыл тулыуға ла арнала.
Был сарала видеобәйләнеш аша Башҡортостан халҡына Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин да мөрәжәғәт итте.
“Бөгөн еребеҙҙә тарихи ваҡиғалар бара, Рәсәй армияһы менән бергә ҡулыбыҙға ҡорал тотоп, нацистарҙы ауылдарыбыҙҙан ҡыуабыҙ. Беҙ Донбасс өсөн генә түгел, ҙур Рәсәйҙең именлеге өсөн дә көрәшәбеҙ. 80 йыл элек беҙҙең ерҙә генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы фашистарҙы ҡыйратҡайны. Беҙ һәр саҡ Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың исемен хөрмәтләп иҫкә аласаҡбыҙ, ул – беҙҙең уртаҡ геройыбыҙ. Донецк Халыҡ Республикаһы халҡы исеменән ошо ауыр ваҡытта ярҙам күрһәткәндәре өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерәм. Беҙ тиҙ арала ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы тергеҙербеҙ тип ышанам, тыныс тормошта һеҙҙе ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ итеп ҡабул итербеҙ. Генерал Шайморатов вариҫтарының үҙебеҙҙекеләрҙе ташламауын аныҡ беләбеҙ! Рәхмәт, Башҡортостан!”, - тине Денис Пушилин.
Фото: "Башинформ".