Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Март 2022, 16:15

"Тиҙҙән уларға ла тыныс тормош килер!"

Митингта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.  

"Тиҙҙән уларға ла тыныс тормош килер!"
"Тиҙҙән уларға ла тыныс тормош килер!"

Әлеге ваҡытта “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙанда ҙур концерт тамамланып тора. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та сығыш яһаны. Уның менән бергә сәхнәгә концерт-митингты ойошторорға тәҡдим иткән йәмәғәтселәр ҙә күтәрелде. Улар араһында дин әһелдәре, руханиҙар, депутаттар, табиптар һәм башҡалар бар.

– Бөгөн беҙ бында бөтә республика менән йыйылдыҡ, төрлө ҡала һәм ауылдарҙан килде кешеләр, – тип мөрәжәғәт итте Радий Фәрит улы.

Сара Ҡырымдың Рәсәй менән ҡушылыуына һигеҙ йыл тулыуға, Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына ярҙам итеүгә һәм Украинала барған махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә теләктәшлек күрһәтеүгә арнала. Яңыраҡ ҡына - 2022 йылдың 22 февралендә Рәсәй был республикаларҙың үҙаллылығын таныны.  

– Төрлө йәштәге, төрлө милләтле һәм конфессиялы кешеләр Президентҡа һәм беҙҙең бөйөк Рәсәйгә теләктәшлек күрһәтеү өсөн йыйылды. Бар донъяға беҙҙең берҙәмлекте һәм көсөбөҙҙө, Ватанға тоғролоғобоҙҙо һәм һөйөүебеҙҙе күрһәтер өсөн тупландыҡ бөгөн. Әле Украина территорияһында беҙҙең егеттәр һуғыша. Бандеровецтар һәм ялсыларҙы туҡмайҙар. Ысын батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтәләр.  Улар суверенитет, именлек һәм Рәсәйҙең киләсәге өсөн көрәшә. Туғандаш Украинаны нацизмдан азат итеү өсөн. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында кешеләр тыныс йәшәһен өсөн, – тип билдәләне республика етәксеһе.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙарһыҙ ҙа үтмәне, тине Радий Хәбиров. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан үҙенең геройҙарын онотмаясаҡ һәм, әлбиттә, туғандарын һәм яҡындарын бәлә менән яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ.

Төбәк Башлығы үҙенең Донецкиҙа һәм Луганскиҙа бер нисә тапҡыр булыуын һәм үҙҙәренең азатлығы, хәүефһеҙлеге өсөн оҙаҡ йылдар көрәшкән кешеләрҙе шәхсән белеүен билдәләне. Радий Хәбиров тиҙҙән Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының, бөтә Украинаның ҡалалары һәм ауылдары тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтыр тигән ышаныс белдерҙе.

Митингта ҡатнашыусылар һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: