Башҡортостандың 54 ҡала, районында халыҡ бушлай хоҡуҡи консультация алыу мөмкинлегенә эйә. Ошо көндәрҙә Тәтешле, Балтас һәм Йәрмәкәй райондарында Рәсәй Юристар ассоциацияһының урындағы өс бүлексәһе асылды.
Һәр бүлексә ҡарамағында шулай уҡ бушлай юридик ярҙам үҙәге ойошторола. Унда граждандарға юридик мәсьәләләр буйынса консультация бирергә һәм хоҡуҡи документтар тултырыуҙа ярҙам итергә әҙер тәжрибәле юристар эшләй.
Әйткәндәй, Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе әүҙем киңәйә. Былтыр ете урындағы бүлексә, 12 түләүһеҙ юридик ярҙам үҙәге асылған. Киләһе аҙнала Ҡыйғы һәм Дыуан райондарында ассоциацияның урындағы бүлексәләре граждандарға хеҙмәт күрһәтә башлай.
Фото: bashinform.ru/news