Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Март 2022, 20:30

Беҙ – бергә, тимәк – көслө!

“ZаБашкортостан!” “ZаРоссию!” “ZаРодину!” – тип типте йөрәктәр

Беҙ – бергә, тимәк – көслө!
Беҙ – бергә, тимәк – көслө!

28 мең кеше! 18 мартта Өфөләге “Торатау” конгресс-холы алдына йыйылған 28 меңдән ашыу кешенең йөрәге бер булып типте! Уларҙың барыһы ла илебеҙ Президенты Владимир Путиндың алып барған сәйәси курсына, Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан хәрби егеттәребеҙгә теләктәшлек белдереү, Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһына ҡушылыуына һигеҙ йыл тулыуҙы билдәләү өсөн килгәйне.

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Эйе, йома көн бындай митинг-концерттар Рәсәйҙең бик күп ҙур ҡалаларында үтте. Башҡортостандар ҙа унда әүҙем ҡатнашты. Сараға өфөләр генә түгел, республиканың ҡала-райондарынан да кешеләр автобустар менән килде, үҙ ҡараштарын белдерҙе.

ZаБашкортостан! ZаРоссию! ZаРодину! Саралар Өфөлә патриотик автоуҙыш менән башланып китте. Ҡалабыҙ урамдары буйлап йөҙҙән ашыу машина “Z”, Рәсәй, Башҡортостан флагтары, төрлө ғәскәрҙәр символдары менән үтте. Бер километрлыҡ колонна “Нефтсе” стадионынан юл алды, артабан Октябрь проспекты, Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа, Зәки Вәлиди, Яр буйы, Генерал-губернатор Перовский урамдары буйлап Өфө амфитеатрына тиклем барып етте.

Автоуҙышта республиканың райондары һәм ҡалаларынан илһөйәрҙәр, йәштәр, спорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. “Патриот” йәмәғәтселек ойошмаһы етәксеһе Ринат Хәбиров әйтеүенсә, акцияла ҡатнашыусылар һаны арта бара. Уларҙан 150-гә яҡын машина билдәләнгән маршрут буйынса үткән.

“Ошолай итеп беҙ Президентыбыҙ Владимир Путиндың ҡарарын яҡларға теләйбеҙ. Ул бик ҡыйыу кеше, бындай ҡарарҙы һәр кем ҡабул итә алмаҫ ине, әммә ул бик нигеҙле, үлсәнгән һәм ваҡытлы,” – тине ул.

Патриотик сарала хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡатнашты. Улар араһында Әлшәй районының Раевка ауылынан сик хеҙмәте ветераны Сергей Нагаец та булды. Акцияла ҡатнашыуҙы ул үҙенең бурысы тип иҫәпләй. Уның иптәше Раван Зиннәтуллин да патриотик автоуҙышта ҡатнашыуҙы мөһим бурыс тип иҫәпләй. Межгорье ҡалаһынан килгән аҫыл зат вәкилдәре лә үҙҙәренең әүҙем патриотик позицияһын күрһәтте.

Автоуҙышта ҡатнашыусылар “Торатау” конгресс-холы янына килеп еткәс, бында “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тип аталған ҙур митинг-концерт башланып китте. Әйткәндәй, төбәгебеҙ етәксеһе Радий Хәбировтың лозунгына әйләнгән был һүҙҙәр ҙә концерттың исеме булараҡ осраҡлы һайланманы. Башҡортостан бер ҡасан да үҙенең кешеләрен ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Ә һуңғы осорҙа ДНР һәм ЛНР халҡы ла беҙҙең үҙебеҙҙекеләргә әйләнеп бөттө.

Майҙан халыҡ менән тулды. Күптәрҙең ҡулдарында флагтар, лозунгтар. Улар төрлө булһа ла, маҡсаттары һәм уйҙары бер – Президентыбыҙ курсын яҡлауҙа ине!

Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә Рәмил Бәҙәмшин сыҡты һәм “Бөркөт” патриотик йырын башҡарҙы. Йырсы үҙ өҫтөнә миллионлаған кешеләр өсөн ҙур яуаплылыҡ алған ил етәксеһе Владимир Путин менән ғорурланыуын белдерҙе.

Ҡораллы Көстәрҙең запастағы генерал-майоры Игорь Харченко М.Шайморатов етәкселек иткән 112-се кавалерия дивизияһын иҫкә төшөрҙө, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Александр Петровтың “Офицерҙар” йырынан һуң отставкалағы юстиция полковнигы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, Афғанстандағы һуғыш ветераны Виктор Гурьев сығыш яһаны.

”Әгәр ул ваҡытта Ҡырым Рәсәйгә ҡушылмаған булһа, ул да Донбасс һәм Луганск яҙмышын ҡабатлар ине. Хәҙер унда 14 мең кеше һәләк булды. Мин Владимир Путин ҡарарын яҡлайым. Шулай уҡ ярҙамы өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерәм. Һәләк булған афғансы-хәрбиҙәр, әгәр фашизмды еңмәһәк, беҙҙе ғәфү итмәҫтәр,” – тине ул.   Айгиз Ханов башҡарған барыбыҙға яҡшы таныш “Шайморатов генерал” йыры бөгөн бигерәк тә көслө, аһәңле яңғыраны.

Башҡортостан үҙенең ҡаһарман табиптары менән дан тота. Улар үҙебеҙҙә генә тырышып эшләп ҡалмай, ә башҡа төбәктәргә сығып та ярҙам итә. Улар тәүҙә коронавирус пандемияһын еңеүгә ҙур өлөшөн индергәйне, хәҙер Донбасс халҡына ла ярҙам итергә йөрөй. Улар араһында 21-се дауахана табибы Лидия Ахунова ла бар. Концерт барышында ул сәхнә аша сығыш яһап, хеҙмәттәштәренә ярҙамдары  өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

 

Икенсе гуманитар йөк юлға сыҡты

Ҙур сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Уның менән бергә сәхнәгә концерт-митингты ойошторорға тәҡдим иткән йәмәғәтселәр ҙә күтәрелде. Улар араһында дин әһелдәре, руханиҙар, депутаттар, табиптар һәм башҡалар бар.

– Бөгөн беҙ бында бөтә республика менән йыйылдыҡ, төрлө ҡала һәм ауылдарҙан килде кешеләр, – тип мөрәжәғәт итте Радий Фәрит улы. – Төрлө йәштәге, төрлө милләтле һәм конфессиялы кешеләр Президентҡа һәм беҙҙең бөйөк Рәсәйгә теләктәшлек күрһәтеү өсөн йыйылды. Бар донъяға беҙҙең берҙәмлекте һәм көсөбөҙҙө, Ватанға тоғролоғобоҙҙо һәм һөйөүебеҙҙе күрһәтер өсөн тупландыҡ. Әле Украина территорияһында беҙҙең егеттәр һуғыша. Бандеровецтар һәм ялсыларҙы туҡмайҙар. Ысын батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтәләр. Улар суверенитет, именлек һәм Рәсәйҙең киләсәге өсөн көрәшә. Туғандаш Украинаны нацизмдан азат итеү өсөн. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында кешеләр тыныс йәшәһен өсөн.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙарһыҙ ҙа үтмәне, тине Радий Хәбиров. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан үҙенең геройҙарын онотмаясаҡ һәм, әлбиттә, туғандарын һәм яҡындарын бәлә менән яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ.

Төбәк Башлығы үҙенең Донецкиҙа һәм Луганскиҙа бер нисә тапҡыр булыуын һәм үҙҙәренең азатлығы, хәүефһеҙлеге өсөн оҙаҡ йылдар көрәшкән кешеләрҙе шәхсән белеүен билдәләне. Радий Хәбиров тиҙҙән Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының, бөтә Украинаның ҡалалары һәм ауылдары тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтыр тигән ышаныс белдерҙе.

Митингта ҡатнашыусылар һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Шунда уҡ Радий Хәбиров ДНР һәм ЛНР халыҡтары өсөн гуманитар ярҙам тейәлгән икенсе колоннаны юлға сығарыуға старт бирҙе.

– Күрәһегеҙме – минең артымда ҙур йөк машиналары колоннаһы теҙелгән. Хәҙер үк улар Донецк һәм Луганск республикаларына юл тотасаҡ. Гуманитар ярҙам ҡатын-ҡыҙҙарға, балаларға һәм өлкән йәштәге кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Улар был ярҙамды көтә. Сөнки беләләр – Шайморатов вариҫтары үҙҙәренекен ташламай. Мин колонна хәрәкәтенә старт бирәм. Хәйерле юл һеҙгә. Башҡортостандан – Донбастағы ҡәрҙәштәребеҙгә! – тине Радий Хәбиров.

Был Донбасҡа Башҡортостандан киткән икенсе колонна. Әлеге йөктө йыйған саҡта ла беҙҙең республика кешеләре ҙур берҙәмлек һәм изгелек күрһәтте. Улар өсөн аҙыҡ-түлек, канцеляр тауарҙары, шәхси гигиена һәм иң беренсе кәрәк булған тауарҙар, төҙөлөш материалдары бар. Гуманитар йөктөң дөйөм ауырлыҡы 96,5 тонна тәшкил итә, уны алты ҙур йөк машинаһы алып бара.

 

Көсөбөҙ – берҙәмлектә

Башҡортостандағы традицион конфессияларҙың дини лидерҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәй Ҡораллы Көстәренә һәм Донбаста йәшәүселәргә хуплау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

– Беҙ барыбыҙ ҙа бергә булғанда, көслө. Беҙ Ватаныбыҙҙы яратабыҙ. Хоҙай берәү генә – Тыуған илебеҙ ҙә берәү, – тине Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, шәйех-ул-ислам, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин. – Ҡырымдың Рәсәйҙең айырылғыһыҙ өлөшө булыуына шатбыҙ. Һәм Украинала махсус операцияның уңышлы тамамланыуын теләйбеҙ.

– Ҡәрҙәштәребеҙ, балалар, оло йәштәге кешеләр һигеҙ йыл буйына украиндарҙың фашистик һәм милләтселек баҫымынан яфаланды. Кешеләрҙе һәм тыныслыҡты яратҡан һәр кем мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә бурыслы. Шуға күрә бөгөн беҙ һеҙҙең менән Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путинға һәм ҡаһарман Рәсәй армияһы алып барған ватандаштарыбыҙҙы азат итеү операцияһына теләктәшлек итер өсөн йыйылдыҡ, – тип билдәләне Башҡортостан метрополияһы башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон. – Беҙ яңынан ҡушылып, берҙәм Рәсәйҙең бер өлөшө булып киткән Севастополселәрҙе лә, ҡырымдарҙы ла сәләмләйбеҙ. Рәсәй еңелмәҫ, сөнки беҙ һеҙҙең менән берҙәм.

– Һәр ҡайһыбыҙҙың Украинала дуҫтары, туғандары бар, – тине Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевский. - Махсус операция тиҙерәк тамамланһын һәм беҙ бөтәбеҙ ҙә бер ҙур һәм татыу ғаилә кеүек артабан йәшәй алһын өсөн доға ҡылабыҙ.

– Беҙҙең позиция ныҡлы һәм тотороҡло – беҙ Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһы составында булыуын тулыһынса хуплайбыҙ. Украиналағы махсус операцияны ла хуплайбыҙ, – тине республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин. – Башҡортостан – бар донъяға дуҫлыҡта, татыулыҡта һәм ихтирамда нисек йәшәргә мөмкин икәнлеген күрһәтеүсе төбәк ул. Был сәхнәлә беҙ бергә торабыҙ – христиандар, мосолмандар һәм йәһүдтәр. Шулай уҡ бөтә Рәсәй ҙә һәр ваҡыт берҙәмлекте һәм дуҫлыҡты һаҡларға тейеш. Һәм һәр ваҡыт, берәүҙең проблемаһы килеп тыуһа, икенселәр ярҙамға килергә тейеш. Берҙәмлектә – беҙҙең көсөбөҙ.

 

Миңлеғәле Шайморатов – беҙҙең уртаҡ геройыбыҙ!

“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” митинг-концертында Луганск Халыҡ Республикаһының Петровский ҡалаһындағы Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп директоры Гөлназ Серова ла ҡатнашты. Алдараҡ хәбәр итеүебеҙ буйынса, 16 мартта ғына беҙгә был мәктәптән 30 бала килде. Улар “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында һаулығын төҙәтәсәк, республикабыҙ менән танышасаҡ һәм мәҙәни сараларға йөрөйәсәк.

Гөлназ Серова республикабыҙ етәкселегенә һәм бар Башҡортостан халҡына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

– Һеҙҙең республикаға килеү беҙҙең балаларыбыҙ өсөн ҙур шатлыҡ, оҙаҡ йылдар дауамында беҙгә ярҙам иткән һоҡланғыс кешеләрҙе күреү ҙур бәхет. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың, шәхсән Радий Фәрит улының ярҙамы менән балаларыбыҙ бер аҙ тыныс тормош күрһен өсөн беҙ бында килә алдыҡ. Беҙҙә был мәхшәр һигеҙ йыл буйы дауам итә, балалар һәләк була, өйҙәр емерелә. Башҡортостандың был ҡайғыға тәүгеләрҙән булып ҡушылыуы һәм беҙгә ярҙам ебәреүе өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Ул беҙгә даими килеп тора, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәр, Шайморатов исемендәге Петровский мәктәбе уҡыусылары һәм ата-әсәләренән ҙур рәхмәт һеҙгә, дуҫтарыбыҙ. Тиҙҙән һуғыш тамамланыр һәм рус халҡының еңеүенә өмөтләнәбеҙ, – тип билдәләне Гөлназ Серова.

Был сарала видеобәйләнеш аша Башҡортостан халҡына Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин да мөрәжәғәт итте. 

“Бөгөн еребеҙҙә тарихи ваҡиғалар бара, Рәсәй армияһы менән бергә ҡулыбыҙға ҡорал тотоп, нацистарҙы ауылдарыбыҙҙан ҡыуабыҙ. Беҙ Донбасс өсөн генә түгел, ҙур Рәсәйҙең именлеге өсөн дә көрәшәбеҙ. 80 йыл элек беҙҙең ерҙә генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы фашистарҙы ҡыйратҡайны. Беҙ һәр саҡ Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың исемен хөрмәтләп иҫкә аласаҡбыҙ, ул – беҙҙең уртаҡ геройыбыҙ. Донецк Халыҡ Республикаһы халҡы исеменән ошо ауыр ваҡытта ярҙам күрһәткәндәре өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерәм. Беҙ тиҙ арала ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы тергеҙербеҙ тип ышанам, тыныс тормошта һеҙҙе ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ итеп ҡабул итербеҙ. Генерал Шайморатов вариҫтарының үҙебеҙҙекеләрҙе ташламауын аныҡ беләбеҙ! Рәхмәт, Башҡортостан!”, – тине Денис Пушилин.

Сараға йыйылған кешеләр өсөн матур концерт күрһәтелде. Күп йәштәрҙең кумирҙары - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин менән Рәсәйҙә билдәле төркөм “Город 312” сығыш яһаны. Уларҙың сығышын бөтәһе лә бик йылы ҡабул итте һәм бергә ҡушылып йырланы.

 

Зәйтүнә ҒАРИФУЛЛИНА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

– Бөгөн был тарихи сарала ҡатнаша алыуыма бик шатмын. Ара йыраҡ тип торманыҡ, килдек һәм үкенмәнек. Шул тиклем рух күтәренкелеге, илһөйәрлек хистәре тойола бында. Кем нимә тип кенә әйтмәһен, һуңғы айҙа илебеҙҙә патриотик хистәрҙең артыуы күҙәтелә. Сөнки беҙ дөрөҫ юлда, Президентыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уның курсын яҡлайбыҙ.

 

Рим УРМАНЦЕВ, Өфө ҡалаһы:

– Дөрөҫөн әйткәндә, яратҡан артистарым – “Город 312” төркөмөнөң сығышын ҡарарға тип килгәйнем. Әммә дөйөм алғанда был саранан шул тиклем күңелем булды. Халҡыбыҙҙың берҙәмлеген күреп ҡыуандым. Үҙемдә лә илһөйәрлек хистәре бермә-бер артты. Беҙ шундай ҙур, бөйөк, ҡеүәтле илдә йәшәйбеҙ. Мин Президентыбыҙҙың курсын хуплайым һәм Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә тиҙерәк эштәрен тамамлап, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйем.

 

Филүзә ИҘЕЛБАЕВА, Дәүләкән районы:

– Йәшермәйем, күңелдә әҙерәк хәүеф тойғоһо ла бар. Украиналағы егеттәребеҙ өсөн ҡайғырам. Үҙемдең улдарым үҫеп килә. Бөтәһе лә иҫән-һау ҡайтһын инде. Тик улар дөрөҫ юлда. Донъяла, илебеҙҙә тыныслыҡ булһын тип йөрөйҙәр. Бөгөнгө сара күңелде күтәрҙе. Беҙ – берҙәм һәм көслө. Владимир Путин аҡыллы һәм тәжрибәле сәйәсмән, ул еңел булмаған, әммә кәрәкле ҡарар ҡабул итте.

 

Лидия БИКҠУЖИНА, Өфө районы:

– Бөгөн Донбасҡа сыҡҡан гуманитар йөк араһында мин килтергән әйберҙәр ҙә бар. Ғаиләбеҙ менән берҙәм ҡарарға килдек һәм ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә булдыҡ. Шәхси гигиена саралары туплап килтергәйнек. Хәҙер улар юлға сыҡты. Ундағы кешеләргә кәрәге тейһен тип теләйем. Әлеге сараға ла ҙур теләк менән килдек, рухыбыҙ күтәрелеп ҡайтабыҙ.

Фото: Альбер Заһиров. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: