Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Март 2022, 22:30

"Ышанабыҙ: еңеү беҙҙә буласаҡ!"

Мәңгелек утҡа, Геройҙар аллеяһына ҡуйылған Донбасты һаҡлаусылар бюсына, шулай уҡ “Һинең ҡотҡарыусыларың, Донбасс” монументына сәскәләр һалынды.

"Ышанабыҙ: еңеү беҙҙә буласаҡ!"
"Ышанабыҙ: еңеү беҙҙә буласаҡ!"

20 мартта Донбасҡа эш сәфәре аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донецк Халыҡ Республикаһы етәксеһе Денис Пушилин менән Донецкиҙағы фажиғә урынында булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 мартта Украинаның ҡораллы көстәре ҡаланың торлаҡ үҙәгенә “Точка-У” тактик ракета комплексы менән һөжүм итте. Теракт эҙемтәһендә 21 кеше һәләк булды, 37-һе төрлө тән йәрәхәттәре алды, улар араһында бала ла бар.

Башҡортостан Башлығы һәм республика Хөкүмәте делегацияһы ағзалары һәләк булғандарҙы тын тороп иҫкә алды.

Артабан Радий Хәбиров менән Денис Пушилин Ленин комсомолы исемендәге парктағы Мәңгелек утҡа, Геройҙар аллеяһына ҡуйылған Донбасты һаҡлаусылар бюсына, шулай уҡ “Һинең ҡотҡарыусыларың, Донбасс” монументына сәскәләр һалды. Унан республика етәкселәре Бөйөк Ватан һуғышы хәрби-тарихи музейында булды.

– Донбасс – беҙҙең өсөн туғандаш төбәк. Беҙ бында йәшәйеште тергеҙеүҙә ярҙам күрһәтеү ниәтендә килдек, – тине Радий Хәбиров, эш сәфәренә йомғаҡ яһап. – Донецк Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлек итергә – сауҙа йорто асырға, агросәнәғәт комплексында бәйләнеште нығытырға, студенттар менән алмашыу ойошторорға әҙербеҙ.

– Башҡортостандың ярҙамы беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине Денис Пушилин. – Киләсәгебеҙгә ышаныс менән ҡарайбыҙ, сөнки еңеү беҙҙә буласаҡ!

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: