1942 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумының һәм республиканың Халыҡ Комиссарҙары Советының байрағы тантаналы рәүештә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына тапшырыла. Бөгөн был тарихи ваҡиғаға 80 йыл тула.
Ул саҡта, 1942 йылдың мартында, Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумы Рәйесе Рәхим Ибраһимовтың ҡулынан байраҡ алған саҡта дивизия командиры, полковник Миңлеғәле Шайморатов былай ти: “Беҙ халҡыбыҙҙың ышанысын аҡлаясаҡбыҙ. Һуңғы тамсы ҡаныбыҙға тиклем дошман менән батырҙарса көрәшәсәкбеҙ һәм Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ!”
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы антын намыҫлы һәм ҡаһармандарса үтәй. 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең ғәскәр Берлинға тиклем барып еткән берҙән-бер милли кавалерия дивизияһы була.
СССР-ҙың Дәүләт Оборона Комитетының 1941 йылдың 13 ноябрендәге 894/сс ҡарарына ярашлы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы һәм Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советының 1941 йылдың 17 ноябрендәге “Урындағы милләттән ике кавалерия дивизияһын төҙөү тураһында”ғы Ҡарары нигеҙендә 112-се Башҡорт (16-сы гваридия) кавалерия дивизияһы барлыҡҡа килә һәм тулыһынса республиканың кешеләре һәм матди сығанаҡтары менән тәьмин ителә.
Дивизия Дондан алып Эльбаға тиклем дүрт мең километрҙан ашыу юл үтә һәм Чернигов гвардия кавалерия дивизияһы тигән маҡтаулы исем ала. Уның байрағын Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов һәм II дәрәжә Кутузов ордендары биҙәй. Хәрби хәрәкәт ваҡытында дивизияның дүрт мең яугире орден һәм миҙалдар менән наградлана, 78 яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, биш кеше Дан орденының тулы кавалеры була.
Фото: Башинформ һәм социаль селтәрҙән.