Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Март 2022, 13:20

"Хакимиәт башлыҡтарына теймәй тороғоҙ..."

Ни өсөн әлегә ҡайһы бер тематик сәғәттәр үткәрелмәй тора?.. 

"Хакимиәт башлыҡтарына теймәй тороғоҙ..."
"Хакимиәт башлыҡтарына теймәй тороғоҙ..."

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, “Ауыл хужалығы сәғәте”, “Сәләмәтлек сәғәте” кеүек тематик кәңәшмәләр үткәрелмәй торасаҡ, тине. Был ошо кәңәшмәләрҙә тикшерелгән мәсьәләләрҙең бер өлөшө хәҙер Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штабта ҡаралыуы менән бәйле.

Шулай уҡ Хөкүмәт ағзаларына мөрәжәғәт итеп, Радий Хәбиров уларҙы муниципалитет башлыҡтарына биләмәләренән айырмаҫҡа саҡырҙы.

– Улар үҙ район-ҡалаларында эштәр менән шөғөлләнһен, бер ҡайҙа ла йөрөмәһен, – тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостандың һәр районында үҙҙәренең оператив штабы булдырылған, һәм уларҙың ултырыштарына контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре киләсәк, тип хәбәр итте Радий Хәбиров. Был урындарҙа хакимиәт башлыҡтарының республика штабы башҡарған эште аңлау-аңламауҙарын белеү өсөн кәрәк.

Фото: kulturarb.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в