Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Март 2022, 10:00

Ҡасаҡтарға ярҙам итәләр

Виктория Головинаның ғаиләһе республикаға 6 мартта килгән. Ул Өфөлә 18 йәшлек улы Александр менән.

Ҡасаҡтарға ярҙам итәләр
Ҡасаҡтарға ярҙам итәләр

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” ирекмәндәре Донецк Халыҡ Республикаһынан килгән халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. Өфөнән Айбулат Сәлихов “Берҙәм Рәсәй” партияһының ирекмәндәр рәтенә инергә ҡарар иткән. Уның был изге эштә ҡатнашыуын ғаиләһе тулыһынса хуплай.

Ирекмән яңыраҡ Донецкиҙан килгән ғаиләгә шәхси гигиена сараларын һәм аҙыҡ-түлек алып барҙы.

– Головиндар ғаиләһен таныштары ҡаршы алып, үҙҙәренә йәшәргә индергән. Кисә ғаилә  “Беҙҙең хәстәр” колл-үҙәгенә шылтыратып, аҙыү-түлек, кейем һәм көнкүреш химияһы һораны. Бөгөн уларға бөтәһен дә тапшырҙыҡ, – тип һөйләне ул.

Виктория Головинаның ғаиләһе республикаға 6 мартта килгән. Ул Өфөлә 18 йәшлек улы Александр менән.

– 2014 йылда беҙгә Донецкиҙан китергә тура килде. Ул саҡта ирекмән ҡыҙҙар ярҙам итте. Аҙыҡ-түлек алып килделәр, иң кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин иттеләр. Был юлы ла уларға мөрәжәғәт иттем. Партия ирекмәндәре битараф ҡалманы. Беҙҙең һауыт-һаба юҡ ине. Улар аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена һәм аш бүлмәһенә кәрәкле әйберҙәр алып килде – хәҙер бөтәһе лә бар. Бөтәһенә лә лә ҙур рәхмәт, – ти Виктория.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” проекты кураторы Гөлшат Мөхәмәтшина ҡасаҡтарҙың үҙәккә мөрәжәғәт итеүе хаҡында һөйләп үтте.

– Тыуған йорттарынан ситтә булырға мәжбүр ғаиләләр беҙҙең ирекмәндәр үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Иң тәүҙә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүҙе һорайҙар. Донецк һәм Луганск республикалары халҡына Йәмәғәт ярҙамы штабында аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш химияһы йыйҙыҡ. Шулай уҡ әле лә ярҙам итергә теләк белдергән кешеләр мөрәжәғәт итә, – тине ул.

Гуманитар ярҙам Йәмәғәт ярҙамы штабында ҡабул ителә, адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йорт. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы 63 бүлексәһендә.

Эш ваҡыты:

дүшәмбе – йома 09.00 – 21.00 сәғәттә;

шәмбе – йәкшәмбе 09.00 – 18.00 сәғәттә.

Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге телефоны – 8 (347) 218-19-19.

Шылтыратыуҙар көн һайын 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән.

Ҡасаҡтарға ярҙам итәләр
Ҡасаҡтарға ярҙам итәләр
Ҡасаҡтарға ярҙам итәләр
Ҡасаҡтарға ярҙам итәләр
Ҡасаҡтарға ярҙам итәләр
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: