Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Март 2022, 13:45

Бушлай юридик ярҙам алғығыҙ килһә...

Был көндә 52 майҙансыҡ эшләй, шуларҙың 10-һы – Өфөлә.

Бушлай юридик ярҙам алғығыҙ килһә...
Бушлай юридик ярҙам алғығыҙ килһә...

25 мартта Башҡортостан ҙур күләмле социаль йүнәлешле акцияға – Бөтә Рәсәй берҙәм түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтеү көнөнә ҡушыла.

Сара граждандарҙың юғары квалификациялы юридик ярҙам алыуға хоҡуғын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә һәм бушлай юридик консультацияларҙы үҙ эсенә ала. Уны “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Д.А. Медведевтың Үҙәк йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәһе менән берлектә Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы ойоштора.

Башҡортостанда акцияны Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе уҙғара. Был көндә 52 майҙансыҡ эшләй, шуларҙың 10-һы – Өфөлә. Граждандарҙы адвокаттар, Башҡортостан Прокуратураһы, “Росреестр”ҙың республика идаралығы, Суд приставтары хеҙмәте идаралығы, Дәүләт юридик бюроһы хеҙмәткәрҙәре, юристар ҡабул итә. Бынан тыш, бөтә ҡала һәм райондарҙа нотариустар үҙҙәренең эш урынында бушлай консультация үткәрә.

Әйткәндәй, былтыр Бөтә Рәсәй түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтеү көндәрендә генә Башҡортостандан 1729 кеше үҙәктәргә мөрәжәғәт иткән. Ассоциацияның төбәк бүлексәһе юристары 3574 гражданға хоҡуҡи консультация үткәргән.

Бушлай юридик ярҙам алғығыҙ килһә...
Бушлай юридик ярҙам алғығыҙ килһә...
Бушлай юридик ярҙам алғығыҙ килһә...
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: