Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Март 2022, 10:30

Алты районда яңы судьялар тәғәйенләнде

Краснокама район-ара суды рәйесе вазифаһын, мәҫәлән, Рәмил Зиязтинов башҡарасаҡ.

Алты районда яңы судьялар тәғәйенләнде
Алты районда яңы судьялар тәғәйенләнде

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2022 йылдың 18 мартындағы “Федераль судтар судьяларын тәғәйенләү һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының квалификациялы судьялар коллегияһында Рәсәй Федерацияһы Президенты вәкилдәре тураһында”ғы 127-се указына ярашлы, республиканың алты судында яңы судьялар эш башлаясаҡ.

Башҡортостандың Юғары суды хәбәр итеүенсә,  документҡа ярашлы алты йыл Краснокама район-ара суды рәйесе вазифаһын Рәмил Зиязтинов башҡарасаҡ. Иглин район-ара судына – Лиана Ғәликәева, Ҡырмыҫҡалы район-ара судына – Фәилә Ҡаһирова, Салауат район-ара судына – Алексей Рузанов, Өфөнөң Совет районы судына – Юлия Егорова, Өфө район судына Рөстәм Фәйезов судья итеп тәғәйенләнгән.

Фото: Башинформ   

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: