Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Март 2022, 15:05

Владимир Жириновский тураһындағы хәбәр дөрөҫмө?

Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин үҙенең “Telegram-канал”ында ЛДПР лидерының  хәле тураһында уртаҡлашты.

Владимир Жириновский тураһындағы хәбәр дөрөҫмө?
Владимир Жириновский тураһындағы хәбәр дөрөҫмө?

Бөгөн үҙәк баҫмалар, агентлыҡтар сәйәсмән, ЛДПР-ҙың лидеры Владимир Жириновский вафат булған тип яҙып сыҡты. Был хаҡтағы мәғлүмәтте сенатор Александр Пронюшкин да раҫлаған, әммә бер аҙҙан ул ошо хаҡтағы яҙмаһын үҙенең каналынан ала һәм дөрөҫ булмаған мәғлүмәт өсөн ғәфү үтенә.

Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин үҙенең “Telegram-канал”ында ЛДПР лидерының вафат булыуы тураһындағы хәбәрҙе кире ҡаҡты. Әммә ул Владимир Жириновскийҙың хәле ауыр булыуы менән уртаҡлаша. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сәйәсмәндең хәле тотороҡло ҡала, уға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә.  

– Владимир Вольфович Жириновскийҙың һаулығы өсөн борсолғандарҙы тынысландырам. Ул тере. Уның хәле ысынлап та ауыр. Бөгөн уға КТ эшләнеләр. Беҙ уның өсөн борсолабыҙ, табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә. Ул үҙе лә маҡтауға лайыҡ. Уның тиҙерәк һауығыуын теләйек, – тип яҙған Вячеслав Володин.

Белеүебеҙсә, Владимир Жириновский февралдә короновирус менән сирләп, дауаханаға эләгә. Ул ИВЛ-да ята, һуңынан аңына килә.  

Фото: tvcenter.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: