Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Март 2022, 08:40

Өс студент ҡыҙҙы үлтереүсегә ниндәй яза янай?

Ошо ваҡиғанан һуң бер ай үткәс, Александр Лазарев тағы ла бер енәйәт ҡылыуын таный.

Өс студент ҡыҙҙы үлтереүсегә ниндәй яза янай?Өс студент ҡыҙҙы үлтереүсегә ниндәй яза янай?
Өс студент ҡыҙҙы үлтереүсегә ниндәй яза янай?

Тәфтишсе һорауы буйынса Ырымбур өлкәһендәге Гай ҡала суды Башҡортостандан ошондағы медицина колледжында белем алған өс ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнгән Александр Лазеревты һаҡ аҫтында тотоу ваҡытын оҙайтты. Ул тәфтиш изоляторында 30 июнгә тиклем ултырасаҡ.

Былтыр 30 сентябрҙә Гайҙа үлтерелгән өс ҡыҙҙың кәүҙәһе табыла: икеһе фатирҙа, береһе күп фатирлы йорт эргәһендә. Һәләк булған ҡыҙҙар Башҡортостандан булған: Күгәрсен һәм Баймаҡ райондарынан.

Бер нисә көндән һуң тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән Орск ҡалаһы кешеһе Александр Лазаревты ҡалға алды. Уны биш статья буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләйҙәр: үлтереү, көсләү, енси характерҙағы көс ҡулланыу, фатирҙы яндырыу һәм автомобилде ҡыуып алып китеү.

Ошо ваҡиғанан һуң бер ай үткәс, Александр Лазерев тағы ла бер ҡыҙҙы көсләүен таный. Енәйәтсегә ғүмерлеккә иректән мәхрүм итеү янай.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: kugvesti.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас