Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Март 2022, 12:00

"Алтын "гаишник" мөлкәтһеҙ ҡалған

 Илдус Шәйбәков үҙе был хаҡта белмәй, сөнки һаман  ҡасып йөрөй...

"Алтын "гаишник" мөлкәтһеҙ ҡалған
"Алтын "гаишник" мөлкәтһеҙ ҡалған

 Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Эске эштәр министрлығының район-ара теркәү-имтихан бүлегенең элекке начальнигы Илдус Шәйбәковҡа ҡарата  ришүәтселек факты буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған ине. Күптәр уны "алтын гаишник" булараҡ яҡшы белә. Ниһайәт, урлашып тотолған инспектор Илдус Шәйбәковтың мөлкәте тартып алынған. Әммә ул үҙе был хаҡта белмәй, сөнки һаман булһа ҡасып йөрөй.

- Дәүләт файҙаһына 44 миллион һумлыҡ милек һәм аҡса алынды, шул иҫәптән 2 коммерция ҡарамағындағы бина, тораҡ булмаған бина өлөшө, тораҡ йорт, гараж, 1 фатир һәм 2 ҡиммәтле автомобиль, шулай уҡ полиция хеҙмәткәре торағына тентеү барышында алынған 60 088 АҠШ доллары, 20 евро, 30 090 һум аҡса, — тип асыҡлыҡ индергәндәр прокуратура матбуғат хеҙмәтендә.
Законһыҙ рәүештә алынған күсемһеҙ милеген йәшереү өсөн Шәйбәков уны туғандарына рәсмиләштергән булған. Әммә улар суд аша үҙҙәренең был әйберҙәрҙе биләү хоҡуғын раҫларға ынтылып ҡараһа ла, бер ниндәй дәлил дә таба алмағандар. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының район-ара теркәү-имтихан бүлегенең элекке начальнигына ҡарата бындай енәйәтте ойоштороу һәм ришүәтселек факты буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Күрәһең, ҡасандыр "алтын ҡалаҡ"тан ашап өйрәнһәң дә, килер бер көндә ҡоҫоуың да мөмкин икәнлеген Илдус Шәйбәков белмәгәндер...

Фото: Ирекле сығанаҡтан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: