Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә тәүге тапҡыр Республикаға идара итеү үҙәгендә үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уның барышында мөһим кадр үҙгәреше тураһында хәбәр итте.
Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөндән алып Башҡортостан Башлығы Хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Уның урынына һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса министр урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин үтәп торасаҡ.
Радий Хәбиров Максим Забелинға тәүге осорҙа һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса һәм министр вазифаһын башҡарыусыға ярҙам итергә ҡушты.
Фото: Яндекс.Новости