Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Март 2022, 10:45

Бындай формат уңайлы һәм файҙалы

Хөкүмәт ағзалары менән депутаттар аралашты. 

Бындай формат уңайлы һәм файҙалыБындай формат уңайлы һәм файҙалы
Бындай формат уңайлы һәм файҙалы

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм республика парламенты депутаттары ҡатнашлығында Хөкүмәт ултырышы үтте.

Андрей Назаров бындай форматтың башҡарма һәм закондар сығарыу властарының үҙ-ара тығыҙ эш итеүен юлға һалыу өсөн кәрәклеген билдәләне. Ул кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Хөкүмәттең 2021 йылдағы эш йомғаҡтары менән таныштырҙы һәм республиканың социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тураһында ентекле доклад менән 30 мартта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында сығыш яһаясағын өҫтәне.

– Беҙҙең алда ҙур күләмле эштәр тора, уларҙы ағымдағы йылда башҡарыу бурысы ҡуйылған. Йылдам үҙгәреүсе хәлде иҫәпкә алып, беҙ ҡарарҙар ҡабул итеү процесын ярайһы уҡ тиҙләттек, уларҙы яраштырыу ваҡытын ҡыҫҡарттыҡ. Был республика Хөкүмәте тарафынан тәҡдим ителгән һәм индереләсәк закондар сығарыу башланғыстары проекттарына ла ҡағыла. Санкция эҙемтәләрен бөтөрөүгә һәм иҡтисадтың тотороҡло эшләүен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән ҡарарҙарҙы тиҙерәк ҡабул итеүҙе тәьмин итеүегеҙҙе һорайым, – тине Андрей Назаров.

Константин Толкачев шулай уҡ берлектәге ултырыштар үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне.

– Һәр закон ул үтәлгәс кенә йәшәй. Беҙ тормошҡа ашырыу мөмкин булмаған йәки мониторинг һөҙөмтәһендә талап ителмәй ҡалған закондар ҡабул итә алмайбыҙ. Дәүләт Йыйылышы сығарған продукцияның төп ҡулланыусыһы, әлбиттә, Хөкүмәт. Шуға күрә системалы үҙ-ара килешеп эш итеү беҙҙең өсөн бик мөһим, айырыуса бөгөн, форс-мажор шарттарында эшләгәндә, – тине Константин Толкачев.

Артабан Хөкүмәт ултырышы һорауҙарға яуаптар форматында үтте. Депутаттар башҡарма власть органдарына мөһим һорауҙарын бирҙе һәм шунда уҡ яуаптар алды. Мәҫәлән, балаларҙың йәйге ялы, эске туризмды үҫтереү, хаҡтар үҫешен контролдә тотоу, иҡтисадҡа ярҙам итеү, мәктәп туҡланыуы һәм башҡалар.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?bitrix_include_areas=N&ELEMENT_ID=55447

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас