Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Март 2022, 17:15

“Европала көрсөк ҡотолғоһоҙ”

Артур Сөләймәнов әйтеүенсә, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар европалыларҙың иҡтисади именлегенә етди зыян килтерә.

“Европала көрсөк ҡотолғоһоҙ”
“Европала көрсөк ҡотолғоһоҙ”

Әле Европа Украиналағы хәл арҡаһында системалы көрсөк кисерә. Был, тәү сиратта, Европа илдәре властарының АҠШ-ҡа сәйәси теләктәшлек күрһәтеп, үҙ халҡының мәнфәғәттәрен һанға һуҡмай. Башҡортостандың “Берлек-Единство” геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге политологы Артур Сөләймәнов әйтеүенсә, бынан европалылар үҙҙәре яфалана.

– Бер яҡтан, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар европалыларҙың иҡтисади именлегенә етди зыян килтерә. Икенсе яҡтан, ҡайһы бер властарҙың Украинаға хәрби ярҙамға сығымды арттырырға ҡарар итеүе төбәктәге хәлде ҡатмарлаштыра һәм донъяны төҙәтеп булмаҫлыҡ һәләкәткә килтереүе ихтимал, – тине Артур Сөләймәнов. – Әгәр был көрсөктөң эҙемтәләрен европалылар башта ахырынаса аңлап етмәһә, бөгөн быны күпселек тоя. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтың саманан тыш артыуы, инфляция, ҡайһы бер тауарҙарға ҡытлыҡ, Рәсәй газын һатып алыуға бәйле хәлдә аңлашылмаусанлыҡ һәм иҡтисадта, етештереүҙә һәм көнкүрештә энергия ресурстарын ҡулланыуҙың кәмеүе. Вашингтондан күрһәтмәләр алып ултырған Европала сәйәсмәндәрҙең тырышлығы һөҙөмтәһендә ошондай ысынбарлыҡтың тыуыуы ихтимал.  

Шуға күрә Европала күптәрҙең Рәсәйҙе хуплауына һәм үҙҙәренең чиновниктарының һүҙенә ышанмауына ғәжәпләнергә ярамай. Артабан хәл тағы ла ҡатмарлашасаҡ. Практикала Европа истеблишментының йәмғиәттә берләшеү тураһындағы хәҙерге риторикаһы бер ниндәй конструктив дәлилдәрҙе лә күтәрә алмай һәм кире һөҙөмтәгә килтерә: власть рейтингы бик тиҙ түбәнәйә, дәүләттәр халҡы ярлылана, ҡасаҡтар Европаға күпләп күсә.

– Был Европа консолидацияһының тарҡалыуы, көнбайыш чиновниктарының эгоизмы, – ти политолог Артур Сөләймәнов. – Әгәр артабан да санкциялар сәйәсәте дауам итһә, Европала көрсөк ҡотолғоһоҙ буласаҡ. Сөнки Европа халҡының йәшәү сифаты насарайыуы йәмғиәттә ризаһыҙлыҡ кәйефенең артыуына килтерәсәк. Европа моделе иҡтисади яҡтан йәлеп итеү һәләтен юғалтасаҡ, халыҡ-ара бизнес тулыһынса Көнсығышҡа йүнәләсәк. АҠШ Европаны тиң хоҡуҡлы иҡтисади партнер булараҡ ҡарауҙан туҡтаясаҡ, ә Европа ғәҙәти мәғәнәлә юҡҡа сығасаҡ.

Шуны әйтергә кәрәк, Украиналағы махсус хәрби операцияны хуплаған европалылар Рәсәйҙең дәлилдәре менән килешә. Уларға махсус операцияның асылы һәм  сәбәптәре аңлашыла. Европаның төрлө ҡалаларында Рәсәйгә теләктәшлек белдереп, бик күп акциялар үткәрелеүе быға дәлил булып тора. Мәҫәлән, Ifop компанияһы һорауламаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, һорау бирелгән француздарҙың яртыһынан күберәге Украиналағы махсус операция буйынса Рәсәй дәлилдәренең береһенә булһа ла ышана.

Фото: oriental.rusoil.net

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: