Бер аҙна эсендә Рәсәй халҡының үҙ Президенты Владимир Путинға ышаныс кимәле йәнә бер процентҡа үҫкән һәм 80,6 процент тәшкил итә. Был турала 14 марттан 20 мартҡа тиклем ВЦИОМ үҙәге үткәргән халыҡ фекерен алыу һөҙөмтәләре әйтә.
Аналитиктар фекере буйынса Рәсәй йәмәғәтселегенең Владимир Путин һәм илдең башҡа власть вәкилдәре тирәләй берләшеүе Украиналағы хәлдәр ваҡытында бик ҙур әһәмиәткә эйә.
Халыҡ һуҡыр түгел. Көн һайын Украинаның неонацистик формированиеларының кешелеккә ҡаршы башҡарылған енәйәттәре, АҠШ структураларының хәүефле биолабораториялар булдырыу буйынса эшмәкәрлеге, Украина Ҡораллы көстәренең Донбасс менән Ҡырымға һөжүм әҙерләүе тураһындағы факттар Владимир Путиндың Украинала махсус операция үткәреү тураһындағы ҡарарының берҙән-бер дөрөҫ икәнлеген раҫлай.
Беҙҙең илгә ҡаршы санкциялар иғлан итеүҙең тәүге көнөнән Рәсәй Федераль Йыйылышы, ил Хөкүмәте, Рәсәй Банкы дәүләт башлығы йөкләмәләренә ярашлы иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә ярҙам итер өсөн саралар күрелде.
Беҙҙең экспертыбыҙ иҡтисад фәндәре докторы, доцент Азат Йәнгиров халыҡтың Президентҡа ышанысы артыуын үҙенсә аңлата.
– Бөгөн халыҡтың, тармаҡтарҙың, бөтә кимәл властарҙың Президентыбыҙ тирәләй берләшкәнен күреп торабыҙ. Ошоноң бер нисә сәбәбе бар. Беренсенән, иҡтисадта импортты алмаштырыу процестары башланды. Яңы етештереүҙәр, яңы эш урындары булдырырға ниәт тоталар һәм әлбиттә халыҡҡа аҡса эшләү мөмкинлеге бирергә тейештәр. Һәм капиталдың сит илгә китеүен ярайһы уҡ кәметеү өсөн ошондай ҙур этәргес тә ул. Икенсенән, һис шикһеҙ, Рәсәй газы өсөн түләүҙе һумға күсереү ҡарары. Был донъялағы энергия ресурстары менән долларһыҙ сауҙа итеүгә көслө ҙур аҙым булып тора. Был мәсьәләлә Рәсәй Прзидентының ил мәнфәғәттәрен яҡларға теләүен беҙ аныҡ күрәбеҙ.
Өсөнсөнән, социаль өлкәлә ҙур ярҙамдар. Миҫал итеп килеме түбән булған 8-16 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә түләүҙәр булдырыуҙы әйтер инем. Социаль түләүҙәр, пенсия, пособиеларҙың артыуы көтөлә, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡында ла сағылыр. Минималь эш хаҡы һәм йәшәү минимумы артыуы көтөлә. Былар дәүләттең халыҡты проблемалары менән яңғыҙын ҡалдырмауын күрһәтә. Һәм дәүләтебеҙ санкциялар шарттарына халыҡҡа етди ярҙам күрһәтергә ниәтләүен раҫлай.
Фото: golosstepi.ru