Ваҡыт башҡа – заң башҡа, тигәндәй, ай һайын закондарға үҙгәрештәр индерелә. Шулай итеп, яҙ етеүгә беҙҙе ҡануниәттә ниндәй яңылыҡтар көтә? Нимә хаҡында белеү зарур? Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Юристар ассоциацияһы быйыл мартта үҙ көсөнә ингән закондарға аңлатма бирҙе.
Хәрби пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау
Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы кеүек, хәрби пенсионерҙарҙың да килеме инфляциянан юғарыраҡ индексацияланды (8,6%). Был закон кире көскә эйә һәм шуға 2022 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә.
Ҡорал әйләнешенә контроль көсәйә
Ҡоралды медицина тикшереүен (психиатрик тикшереү, шулай уҡ наркотиктарға һәм психотроп матдәләргә анализ) үткәндәр генә һатып алыу, һаҡлау, йөрөтөү һәм файҙаланыу хоҡуғына эйә. Медицина тикшереүен биш йылға бер тапҡыр фәҡәт дәүләт йәки муниципаль ойошмала ғына үтергә кәрәк.
Инвалидтарҙы эшкә алғанда квота
Хеҙмәткәрҙәре 100-ҙән күберәк булған эш биреүселәргә Рәсәй Федерацияһы субъекты закондары тарафынан инвалидтарҙы исемлектәге уртаса хеҙмәткәрҙәрҙең һанынан 2-4 процентҡа тиклемге кимәлдә эшкә алыу ҡаралған. Ә хеҙмәткәрҙәре 35-тән 100-гә тиклем булған эш биреүселәргә был квота өс проценттан артмай.
Хәйриә өлкәһендә мутлыҡ ҡылыусылар менән көрәш
Хәйриә йәшниктәрен файҙаланған, әммә был эшкә хоҡуғы булмаған, уларҙы ҡуйыу һәм файҙаланыу талаптарын үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡарала. Иң ҙур яза – 50 мең һумға тиклем штраф.
Финанс юғалтыуҙы баһалау
Банктар үҙ клиенттарының сәйер операциялар алып барыуын тикшерәсәк һәм уларҙы ошондай операциялар ҡылыу хәүефе булған төркөмгә индерәсәк. Әгәр хәүеф ҙур икән, банктың сикләүҙәр ҡуйырға хоҡуғы бар. Енәйәтсел килемде легалләштерер һәм террорсылыҡты финанслар өсөн күҙалланған операциялар шик аҫтында.
Хеҙмәтте һаҡлау
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының производствола йәрәхәтләнеүҙе һәм профессиональ сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән күп кенә үҙгәрештәре көсөнә инә. Эш биреүселәр, эшләүселәр өсөн яңы аңлатмалар, хоҡуҡтар һәм вәкәләттәр индерелә. Айырым алғанда, хеҙмәттең хәүефһеҙ шарттарын тәьмин итеүҙең төп принциптары, хәүефле шарттарҙа эшләү һәм хеҙмәткәрҙең хеҙмәт шарттары һәм уны һаҡлау нығытылған.
Шәхси фондтар
Рәсәйҙә милек һәм бизнес менән идара итеү өсөн ғүмерлек шәхси фондтар ойоштороп буласаҡ. Ойоштороусы үҙе фондты булдырыу процесын күҙәтә, уның эшмәкәрлеген көйләй һәм юғалтыуҙы мөмкин тиклем кәметеү хоҡуғына эйә. Шәхси фондты нотариус граждан үлгәс уның васыятнамәһенә ярашлы булдыра.
Водителдең диагностика картаһы булмағанда административ яуаплылыҡ
Автомобилгә диагностика картаһынан тыш идара иткәндә ике мең һум күләмендә штраф һалына. Беренсе хоҡуҡ боҙоу теркәлгән тәүлектән һуң икенсе тәүлеккә тиклем штраф һалынмаясаҡ. Закон техник тикшереү мотлаҡ булғандарға ҡағыла. Улар – такси, автобус, йөк машинаһы водителдәре.
Федераль медицина реестрҙары
Тыуыу һәм үлеү тураһындағы медицина документтарын федераль реестрҙарға индерәсәктәр. Уларҙы ҡағыҙҙа ғына түгел, электрон вариантта ла алырға мөмкин буласаҡ. Мәғлүмәттәр медицина ойошмалары тарафынан индереләсәк.
Торлаҡтың яңы категориялары
Рәсәй Федерацияһы закондары тарафынан “блокланған төҙөлөш йорто”, “күп фатирлы йорт” һәм “аҙ ҡатлы торлаҡ комплексы” аңлатмалары индерелә.
Быға тиклем торлаҡ фонды өс төр объектты ғына үҙ эсенә ала ине: торлаҡ йорт, фатир һәм бүлмә. Ә таунхаус йәки дуплекс кеүек торлаҡ төрҙәренең хоҡуҡи статусы ғәмәлдә теркәлмәне. Улар торлаҡ йорт категорияһына ҡарай, тик үҙенсәлектәре бар. Уларға ярашлы, шәхси ҙә, күп фатирлы ла түгелдәр. Закон йәһәтенән торлаҡ тураһындағы закондарҙағы хоҡуҡи аңлашылмаусанлыҡ бөтөрөлә һәм милексе хоҡуҡтары яҡлана.
Ауыл хужалығы ерҙәрендәге торлаҡ йорттар
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына үҙҙәренең эшмәкәрлеге өсөн тәғәйенләнгән ауыл хужалығы тәғәйенләнешле ерҙәрҙә торлаҡ йорттарҙы төҙөргә мөмкин буласаҡ. Бер участкала өс ҡаттан һәм 500 квадрат метрҙан артмаған бер йорт урынлаша ала. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш ер участкаһы майҙанының 0,25 проценттан күберәк өлөшөн тәшкил итмәҫкә тейеш.
Ауыл хужалығы тәғәйенләнешле ерҙәргә дәүләт мониторингы
Ауыл хужалығы ерҙәре реестры барлыҡҡа киләсәк. Уны Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы алып барасаҡ. Милекселәр, ерҙән файҙаланыусылар, ер хужалары һәм ҡуртымға алыусылар ер участкаһы паспортына бушлай эйә буласаҡ.
Хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү
Эшмәкәрлектәре тарафынан I һәм II хәүеф класлы ҡалдыҡтар барлыҡҡа килгән һәм уларҙы эшкәртеү буйынса үҙҙәренең ҡеүәте булмаған компаниялар уларҙы “Росатом” компанияһына – федераль экологик операторына – тапшырырға тейеш. Бындай ҡалдыҡтар менән барлыҡ операциялар ҙа I һәм II хәүеф класлы ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында иҫәпкә алынырға тейеш.
Яҡшыртылған баһаламалар менән продукция
Рәсәй Федерацияһы закондарына “яҡшыртылған баһаламалары булған ауыл хужалығы продукцияһы”, “яҡшыртылған баһаламалары булған аҙыҡ-түлек” һәм “яҡшыртылған баһаламалары булған сәнәғәт һәм башҡа продукция” тигән аңлатмалар индерелә. Бындай продукцияны етештергәндә, мәҫәлән, клонлаштырыу һәм ген инженерияһы ысулдары тыйыла, ҡайтанан эшкәртелгән һәм биологик тарҡала торған ҡаптар файҙаланыу ҡаралған. Бындай продукцияны етештереүселәр өсөн сертификатлау ирекле буласаҡ. Улар хаҡындағы мәғлүмәттәр махсус берҙәм реестрға индереләсәк. Етештереүселәргә булышлыҡ итеү дәүләт ярҙамы саралары иҫәбенә индерелә.
Айһылыу НИЗАМОВА.