Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 42-се пленар ултырышында депутаттар Башҡортостан Хөкүмәтенең отчетын бер тауыштан хупланы.
Эксперттарҙың фекеренсә, был хәл төбәк йәмғиәтенең һәм сәйәси көстәренең берҙәмлеге тураһында һөйләй. Хатта Хөкүмәткә тәнҡит күҙлегенән ҡарағандар ҙа һуңғы бер нисә йылда Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендә етди һөҙөмтәләргә өлгәшелеүен һәм улар менән бәхәсләшеп булмауын билдәләй.
Аналитиктар әйтеүенсә, Хөкүмәттең, Радий Хәбиров командаһының эш һөҙөмтәләрен хуплауҙа төрлө сәйәси көстәрҙең ошондай берҙәм позицияһы артабанғы эштә уларға киң мөмкинлек аса.
“Бөгөн башҡа партияларҙағы коллегаларыбыҙ менән Башҡортостан Хөкүмәтенең отчетын бер тауыштан хуплауыбыҙ осраҡлы түгел, – тине ЛДПР фракцияһы етәксеһе Вячеслав Рябов. – Сөнки беҙ, сәйәси фекер айырмалыҡтарына, төрлө партия платформаларына, программаларына ҡарамаҫтан, Хөкүмәттең ошондай ябай булмаған, “ковидлы” 2021 йылда төбәкте социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү йәһәтенән ҙур эш башҡарыуын күрәбеҙ, аңлайбыҙ. Бөтә объектив ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан иҡтисады яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште: инвестициялар үҫте, төҙөлөш күләме артты, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам көсәйтелде һәм башҡалар. Республика иҡтисадының бөтә тармаҡтарында ла тиерлек ыңғай күрһәткестәргә өлгәшелде. Һәм бындай һөҙөмтәлелек беҙгә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына, республика Хөкүмәтенең әлеге составы ил алдында торған яңы талаптарҙы ла үтәй ала, тип иҫәпләргә ерлек тыуҙыра”.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Йәшелдәр” партияһы вәкиле Руфина Шаһапова ла уның менән теләктәш.
“2021 йылда республика Хөкүмәте алдыбыҙҙа торған тактик һәм стратегик бурыстарҙы үтәү өсөн йәмғиәт менән тупланыуын, дөйөм маҡсатҡа – төбәктең, уның халҡының именлегенә өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙалана алыуын күрһәтте. Шул уҡ урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү, “Башҡорт ихаталары“ һәм башҡа программалар – быға асыҡ миҫал. Әлеге ҡатмарлы осорҙа бындай берҙәмлек ауырлыҡтарға бирешмәү өсөн барыбыҙға ла бик кәрәк”, – тине Руфина Шаһапова.
Республика парламентының пленар ултырышы алдынан фракциялар менән ҙур эш башҡарылды. Ултырыш барышында КПРФ-тың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы фракцияһы етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин республика Башлығы Радий Хәбировҡа республика парламенты фракциялары менән осрашыу ойошторорға тәҡдим итте. Радий Хәбиров тәҡдимде ҡабул итте һәм үҙ Хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға һәр фракция менән ошондай осрашыу ойошторорға, уны коммунистарҙан башларға ҡушты.
Фото: bashinform.ru/news/politics
Сығанаҡ: bashinform.ru/news/politics