Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 42-се ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк Хөкүмәтенең 2021 йылғы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет тәҡдим итте. Ентекле мәғлүмәт менән Премьер-министр Андрей Назаров сығыш яһаны. Ул шулай уҡ депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
– Ябай булмаған осор етте. Рәсәйҙе буйһондорорға, ҡурҡытырға, башҡа донъянан айырырға маташалар. Илебеҙгә ҡаршы әлегә тиклем күрелмәгән иҡтисади, мәғлүмәти һуғыш асылды. Иманым камил, беҙ бирешмәҫбеҙ. Хәҙер иң мөһиме – кешеләрҙең килеме кәмеүенә һәм йәшәү кимәленең түбәнәйеүенә, предприятиеларҙың ябылыуына, эшһеҙлектең артыуына юл ҡуймау.
Санкциялар баҫымы шарттарында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте илебеҙҙең иҡтисади, финанс, технологик һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген яҡлау йәһәтенән күләмле саралар күрә. Ил Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, Рәсәйҙә оҙайлы үҫеш нигеҙҙәре һаҡланып ҡала, ныҡлыҡ тупламы ҙур. Беҙ иртәгәһе көнгә ышаныслы ҡарайбыҙ. Көрсөккә ҡаршы республика штабы тәүлек әйләнәһенә эшләй. Был һынауҙарҙан тағы ла көслөрәк булып сығырбыҙ. Иманым камил, Рәсәй һәм Башҡортостан йәшәйәсәк һәм сәскә атасаҡ. Берҙәмлекте нығытыу һәм намыҫлы эшләү – бөгөн беҙҙең төп талабыбыҙ һәм бурысыбыҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Артабан республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәр тармаҡҡа туҡталып үтте.
Һаулыҡ һаҡлау
2021 йыл Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип иғлан ителгәйне. “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары ярҙамында беҙ табиптар һәм урта медицина персоналы менән тәьмин итеү күрһәткесен ваҡытынан алда үтәнек. Адреслы республика инвестиция программаһы нигеҙендә Бөрө ҡалаһында һәм Саҡмағош ауылында ике поликлиника, һигеҙ капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ике ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, 73 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө.
2021 йылда медицина ойошмалары ҡорамалдар һәм медицина әйберҙәре менән тәьмин ителде. 2561 берәмек ҡорамал ҡуйылды. Быйыл Өфөлә 9-сы ҡала дауаханаһы поликлиникаһын, шулай уҡ Баймаҡта балалар поликлиникаһын сафҡа индереүҙе, Бөрөлә поликлиника, дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ике ауыл табиплыҡ амбулаторияһы төҙөлөшөн тамамлауҙы планлаштырабыҙ. Бәләкәй ауылдарҙы ФАП-тар менән тәьмин итеү буйынса эш планға ярашлы башҡарыла. Әйткәндәй, Башҡортостан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының дүрт башланғысын тормошҡа ашырыу йәһәтенән бөтә ил өсөн өлгө булып тора.
Былтыр беҙ коронавирус сиренә ҡаршы көрәште дауам иттек. Күрелгән саралар һәм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә республикала ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дүрт йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөлдө. Ике миллион дүрт йөҙ меңгә яҡын кеше прививка яһатты – был вакцинацияланырға тейешле өлкән йәштәге кешеләрҙең 96,2 процентын тәшкил итә.
Демография
Республикала Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда тыуымдың юғарыраҡ кимәле һаҡлана. Былтыр беҙҙә 39,3 мең сабый тыуған. Һигеҙ йыл эсендә республика тәүге тапҡыр йылды 15 мең кешелек миграция артымы менән тамамланы һәм 2000 йылдан алып беренсе тапҡыр төбәк-ара миграцияның ыңғай сальдоһы күҙәтелде. Был Башҡортостандың йәлеп итеү һәләтенең артыуы тураһында һөйләй.
Социаль ярҙам сараһы 1,5 миллиондан ашыу кешегә күрһәтелгән. Был маҡсатҡа федераль һәм республика ҡаҙнаһынан былтыр 48 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән. Республика Башлығының ҡарары менән граждандарҙың “Һуғыш балалары” тигән льготалы категорияһы барлыҡҡа килде. 173 мең кеше бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алды. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына, инвалидтарға һәм инвалид бала тәрбиәләгән, шулай уҡ ишле ғаиләләргә торлаҡ йортҡа газ үткәреүгә сертификат рәүешендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Был саранан 6055 кеше файҙаланған да инде.
Республикала балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар бирелә. Былтыр 231 мең ғаиләгә 21 миллиард һумдан ашыу күләмдә ярҙам күрһәтелгән.
Һөт кухняларын ойоштороу буйынса республика проектына булышлыҡ күрһәтелә. Әле беҙҙә ошондай ете производство һәм 140 таратыу пункты бар.
Бөгөн социаль хеҙмәттәрҙән файҙаланған һәр өсөнсө кеше – өлкәндәр һәм инвалидтар. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса өлкән йәштәге һәм инвалид булған 44 меңдән ашыу кеше социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларының социаль хеҙмәттәренән файҙаланған.
Хөкүмәттең тәү сираттағы бурысы – иң мөһим һәм социаль әһәмиәтле сығымдарҙы финанслауҙы тәьмин итеү. Шулай уҡ социаль ярҙамдың адреслылығы ла артырға тейеш.
Мәғариф
Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы – илдә иң күләмлеләрҙең береһе. Былтыр ул йәнә дүрт мәктәп һәм алты балалар баҡсаһы менән тулыланды. Быйыл Бишбүләк, Салауат һәм Өфө райондарында, шулай уҡ Өфөлә мәғариф учреждениелары ишектәрен аса. Шулай уҡ Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында ла мәктәп төҙөлөшө тамамланыуын көтәбеҙ.
Республика дәүләт-шәхси партнерлыҡ аша өҫтәмә уҡыу урындары булдырыу буйынса пилот проектына инде, был проектҡа 8,5 миллиард һумлыҡ федераль аҡса бүленә.
Беҙ донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге төҙөй башланыҡ. 2021 йылда Вуз-ара студенттар кампусы проекты Рәсәй Хөкүмәте тарафынан хупланды. Тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге 207 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды, 205 мәктәптә һанлы белем биреү мөхите ғәмәлгә индерелде. Федераль һәм республика аҡсаһы иҫәбенә яңы 187 мәктәп автобусы һатып алынды. Башланғыс класс уҡыусылары тулыһынса ҡайнар аш менән бушлай тәьмин ителә.
Мәғариф системаһының кадрҙар ҡеүәтен һаҡлап ҡалыу өсөн ауыл ерендә эшләгән йәш 100 уҡытыусы 690 мең һумлыҡ грант алды. Ә “Ауыл уҡытыусыһы” федераль программаһына ярашлы 48 уҡытыусыға берәр миллион һум тапшырылды.
Республикала IX “Йәш профессионалдар” милли чемпионатын үткәреү 2021 йылда иҫтәлекле ваҡиға булды. Унда беҙ миҙалдар буйынса икенсе урынды яуланыҡ. Әммә иң мөһим һөҙөмтә – колледждарҙағы 100-ҙән ашыу оҫтахананы өр-яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу.
Студенттарҙың социаль-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу һәм һөнәри мәғариф ойошмаларын техник йыһазландырыу зарурлығы Һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы сиктәрендә Хөкүмәт эшмәкәрлегендәге өҫтөнлөктәрҙең береһенә әүерелде. 2022 йылда һөнәри белем биреү ойошмаларын яңыртыу өсөн өҫтәмә рәүештә бер миллиард һум, ә киләһе йылдарҙа 500-әр миллион һум бүлергә ҡарар ителде.
Мәшғүллек
Ил етәкселеге йыл аҙағына тиклем эшләп йөрөгән халыҡ иҫәбен 2019 йылғы кимәлгә еткереү бурысын ҡуйҙы. Республика был бурысты үтәне. Былтыр уртаса алғанда эшһеҙлек кимәле түбән – 4,3 процент тәшкил итте. Әле һәр эшһеҙгә ике вакансия тура килә. Ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, уртаса эш хаҡы буйынса 40 мең һумлыҡ сикте үттек.
Быйыл мәшғүллеккә булышлыҡ итеүҙең федераль сараларына өҫтәп, эшһеҙҙәрҙе грант биреү юлы менән үҙ эшен асырға дәртләндереү буйынса үҙебеҙҙең программаны ғәмәлгә индерергә тейешбеҙ. Эш менән йылдам тәьмин итеү өсөн Экспресс-ҡайтанан әҙерлек үҙәктәрен асырға кәрәк.
2022 йыл һөнәри белем тармағын яңыртыу йылы ғына түгел, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителгәнгә күрә, республикала предприятиеларҙың социаль яуаплылығына булышлыҡ итеү программаһы төҙөлә.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт
Республика Башлығының күрһәтмәһенә ярашлы, йәштәр йәмәғәт ойошмалары араһында йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарҙы үҫтереүгә гранттар конкурсы йыл һайын үткәрелә, йәш ғалимдар өсөн республика гранттары булдырылды, фән һәм техника өлкәһендәге республика дәүләт йәштәр премиялары, шулай уҡ әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премиялары бирелә.
Октябрҙә Өфөлә йәштәр һәм йәмәғәт хәрәкәттәре өсөн яңы объект – “Йәшлек house” ишектәрен асты.
Ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем үҫешә. Былтыр беҙҙә 556 ирекмән берекмәһе эшләне, уларға 381 мең кеше йәлеп ителде. Йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү дәррәү бара. “Юнармия” хәрәкәте сафына 25,5 мең кеше ҡабул ителде. “Патриот” паркын ойоштора башланыҡ.
Башҡортостан федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге спорт сараларын үткәреү урыны булып ҡалыуын дауам итә. 2021 йылда республикала дүрт күләмле халыҡ-ара, 43 бөтә Рәсәй һәм 22 төбәк-ара рәсми ярыш уҙғарылды.
Спортты үҫтереү маҡсатында республиканың барлыҡ биләмәләрендә “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла. Был проектҡа ярашлы, 2020 йылдан 54 тренерға ярҙам күрһәттек, һәр ҡайһыһына 600 мең һум түләнек.
Спортсыларыбыҙ ҡышҡы Олимпия һәм Паралимпия уйындарында илдең йыйылма командаһы составында Башҡортостандың абруйын лайыҡлы яҡланы.
Былтыр спорт объекттарын ойоштороуға бюджеттан бер миллиард һум самаһы аҡса бүленде. Футбол манежы төҙөлә. Борай районында физкультура-һауыҡтырыу комплексы, башҡа объекттар һалына. Гимнастика үҙәгендә эш тамамланды. Уны асыу тантанаһы быйыл апрелгә планлаштырылған.
Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек йәһәтенән Спорт көрәше үҙәген, Фехтование үҙәген һәм ишкәкле слалом ҡоролмалары комплексының тәүге сиратын төҙөү планлаштырыла.
Мәҙәниәт
Уҙған йыл һанлаштырыу кимәле йәһәтенән мәҙәниәт һәм сәнғәт өсөн үҙенсәлекле булды. Мәҙәниәт өлкәһендә интернет-әүҙемлек рейтингы мәғлүмәттәре буйынса республикабыҙ Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды яуланы. Башҡортостан халыҡ-ара мәҙәни майҙансыҡ булараҡ танылыу яулай. VI Бөтә донъя фольклориадаһы быға сағыу дәлил булды. Унда донъяның 37 иленән ижади коллективтар ҡатнашты. 120 меңдән ашыу тамашасы туранан-тура һәм 10 миллионы интернет селтәре аша ун көн буйы мәҙәниәт триумфын күҙәтте. 2021 йылда Өфөлә “Алтын битлек” Рәсәй милли театр премияһының төбәк программаһы тормошҡа ашырылды. Башҡортостан Милли симфоник оркестрының илебеҙҙәге ике төп музыка сәхнәһендә – Чайковский залында һәм Шостакович исемендәге Санкт-Петербург филармонияһының Ҙур залында сығыш яһауы 2021 йылда айырым ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырған сара булды. Рәсәйҙең Дәүләт академия Ҙур театры сәхнәһендә “Дон Кихот” операһы ҡуйылды.
Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамы менән былтыр беренсе тапҡыр “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тормошҡа ашырылды. 60 мәҙәниәт хеҙмәткәре ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 500-әр мең һум аҡса алды.
Сибайҙа ремонттан һуң яңыртылған филармония, Ҡариҙел районында ике ауыл мәҙәниәт йорто асылды. 18 мәҙәниәт объекты төҙөкләндерелде.
Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә яңы Евразия китапханаһын төҙөү, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын реконструкциялау планлаштырыла.
Торлаҡ
Дөйөм майҙаны 2,9 миллион квадрат метрҙан ашыу фатир һәм шәхси йорт сафҡа индерелде. Торлаҡ төҙөү буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урынды биләй. 58 мең квадрат метрҙан ашыу иҫке торлаҡтан биш мең кеше күсерелгән.
Башҡортостан “Ауыл ипотекаһы” программаһы һәм ишле ғаиләләргә ипотека буйынса бурысты ҡаплауға субсидия түләү программаһы буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылыҡты яулай.
Һуңғы бер нисә йылда беҙ төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуғын тергеҙеү йәһәтенән планға ярашлы эш алып барабыҙ. 2021 йылда 34 йорт буйынса проблема хәл ителде. 2024 йылға “алданған өлөшсөләр” мәсьәләһен тулыһынса ябыуҙы планлаштырабыҙ.
Төҙөүселәр ассоциацияһын ойошторҙоҡ. Ул бизнес менән власть араһында һөҙөмтәле диалог өсөн майҙансыҡҡа әүереләсәк. Беҙ рөхсәт документтарын алыу ваҡытын ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итәбеҙ, ә бизнес үҙ иңенә социаль йөкләмәләрҙе үтәү бурысын ала.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
Ҡала һәм ауыл мөхите сифатына һәм уңайлыҡтар тыуҙырыуына ҙур иғтибар бирәбеҙ. “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проектына ярашлы, 63 муниципаль берәмектә 146 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эш башҡарылды. 2021 йылда “Башҡортостан ихаталары” проекты нигеҙендә 742 миллион һумлыҡ 140 ихата төҙөкләндерелде.
Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау системаһы тотороҡло эшләй. Күп фатирлы 115 йорттоң 312 подъезына 207,7 миллион һумлыҡ ремонт яһалды.
Транспорт
Йыл йомғаҡтары буйынса тармаҡта бөтә күрһәткестәрҙең үҫеүе билдәләнде. Ҙур һәм урта класлы заманса 220 автобус, 10 троллейбус һатып алынды.
Эске һауа юлдарының аэровокзал комплексы сафҡа индерелде. Ул донъя стандарттарына ярашлы эшләй. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса “Өфө” аэропорты, өсөнсө урын яулап, “Рәсәйҙең һауа ҡапҡаһы” милли премияһын алды.
Беҙ ҡала яны тимер юл транспортында пассажирҙарҙы йылдам ташыуҙы үҫтерәбеҙ. 2021 йылдың апреленән Өфө–Күмертау маршруты буйынса юғары тиҙлекле “Орлан” ҡала яны поезы йөрөй башланы. Сентябрҙә был маршрут Ырымбурға тиклем оҙайтылды. Быйыл республикала юғары тиҙлекле “Ҡарлуғас” электр поездары йөрөй башлай.
Суднолар йөрөшөн үҫтереү өсөн Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларын тәрәнәйтеү буйынса эш алып барыла, Дуҫлыҡ монументы эргәһендә йылға причалы файҙаланыуға тапшырылды.
34 километрҙан ашыу юл һалынды һәм реконструкцияланды. 1300 километр юл ремонтланды. 1,3 километрлыҡ күпер сафҡа индерелде.
Былтыр беҙгә автомобиль юлдары һалыуҙа федераль үҙәк ҙур ярҙам күрһәтте. Йәмғеһе 9,5 миллиард һум аҡса бүленде. Шуның төп өлөшө Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын һалыуға йүнәлтелде.
Иҡтисадтың реаль секторы
2021 йылда тулайым төбәк продукты динамикаһы ике триллион һум кимәлендә баһалана, үҫеш – өс процентҡа. Милли проект нигеҙендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса эш алып барыу мөһим ҡаҙаныш булып тора. Был проектҡа иҡтисадтың сеймалға ҡарамаған төп секторындағы 126 предприятие йәлеп ителгән.
Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы биргән баһа буйынса Башҡортостан милли проекттың тәүге өс лидеры иҫәбенә инә.
Сәнәғәт һәм инновациялар
Сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеге буйынса былтыр Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урын яуланы. Ул ил төбәктәре араһында бензин, кальцийлы сода, быяла, тағылмалар һәм ярым тағылмалар, автотранспорт саралары өсөн кузовтар һәм башҡа продукция сығарыу буйынса алдынғылыҡты һаҡлап ҡалды.
Республикала “Цемикс” ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары производствоһын асыу 2021 йылда иҫтәлекле ваҡиға булды. Уны асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин да ҡатнашты.
Былтыр 74 еңел сәнәғәт һәм 56 урман сәнәғәте комплексы предприятиеһына 195 миллион һумлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәтелде. 36 инвестиция проекты хупланды. Һөҙөмтәлә дөйөм финанслау күләме 10 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла башланы.
Йыл аҙағында Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тарафынан республикабыҙ кластерҙарҙы үҫтереүҙә яңы ҡараштарҙы ғәмәлгә индереү өсөн пилот төбәк тип билдәләнде. Импортты алмаштырыу технологияларын һәм производстволарын әүҙем үҫтереү шарттарында Башҡортостан иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында яңы кластерҙар ойоштора. Әле республикала 12 индустриаль һәм 18 технопарк бар.
Геосәйәси хәлде иҫәпкә алып сәнәғәт ҡеүәтен арттырыу өсөн предприятиеларыбыҙҙы тейешле ҡорамалдар, комплектлаусылар һәм сеймал менән тәьмин итеү буйынса эш ойошторола. Ошо маҡсатта Импортты тәьмин итеү һәм алмаштырыу үҙәге, Башҡортостандың инновацияларҙы үҫтереү үҙәге эшләй башланы.
Агросәнәғәт комплексы
2021 йылғы ҙур ҡоролоҡ агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләрендә сағылмай ҡалманы. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү индексы 84,7 процент тәшкил итте. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан әүәлгесә һөт һәм ҡымыҙ, һыйыр ите, бал етештереү, йылҡы һәм һыйыр малы һаны буйынса алдынғылыҡты яулай. Агросәнәғәт комплексына күрһәтелгән 7,2 миллиард һумлыҡ ярҙам сараһы һөҙөмтәһендә минераль ашламаларҙы ҡулланыу 13 процентҡа, элиталы орлоҡтар өлөшө 11 процентҡа тиклем арттырылды. Республика аграрийҙары 12 миллиард һумдан ашыу күләмгә 3,5 мең берәмек техника һәм ҡорамал һатып алды. Былтыр барлыҡ ауыл хужалығы етештереүселәре тарафынан 1 миллион 600 мең тоннанан ашыу һөт һәм 406 мең тоннанан ашыу ит етештерелгән (2020 йылғы кимәлгә ҡарата 94,9 процент).
Беҙ аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенең юғары кимәлен тәьмин итәбеҙ. Республика бик күп продукция төрҙәре буйынса үҙебеҙҙең ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.
Былтырҙан алып ике шәкәр заводы (“Шишмә шәкәр заводы” һәм “Раевсахар”) яңыртыла. Бынан тыш, 2022 йылда ҙур инвестиция проекттарын ахырына еткереү күҙаллана.
Эшҡыуарлыҡ
Дәүләт ярҙамы менән бәләкәй һәм урта бизнесты пандемияға тиклемге кимәлгә сығара алдыҡ. Республикала 126,9 мең берәмек бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. 2021 йылда бизнесты еңел башлау һәм уңайлы алып барыу өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырыуға 1,1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, шул иҫәптән милли проект буйынса – 735,7 миллион һум. 600-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына һәм үҙ эшен асҡан граждандарға 201,4 миллион һумлыҡ туранан-тура финанс ярҙамы күрһәтелде.
Социаль эшҡыуарлыҡты әүҙем дәртләндерәбеҙ. Уның үҫеш кимәле буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләйбеҙ. Бындай йүнселдәр, шулай уҡ йәштәр өсөн 500 мең һумға тиклем гранттар ҡаралған. Быйыл түләнгән һалымдың 25 процентын кире ҡайтарыуҙы күҙаллаған “Эшҡыуарлыҡ кэшбэгы”н ғәмәлгә индереп һынап ҡарайбыҙ.
Беҙ әүәлгесә бизнес-шерифтар институтын үҫтерәбеҙ. Шулай уҡ хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын да кооперацияға йәлеп итеү йәһәтенән системалы эш алып барыла. Үҙмәшғүлдәр институты үҫтерелә. Көрсөккә ҡаршы штабта төбәк һәм муниципаль кимәлдәге тикшереүҙәргә мораторий булдырырға ҡарар ителде.
Башҡортостандың туризм тармағы танылыу яулай: милли туристик рейтингтарҙа беҙ тәүге тиҫтәгә инәбеҙ. Юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса системалы эш дауам итә.
БДБ киңлегендә берҙән-бер булған Янғантау геопаркына өҫтәп, Торатау геопаркының номинация досьеһын ебәрҙек.
Ҡулланыусылар баҙары
2021 йылда ваҡ сауҙа әйләнеше, тәүге тапҡыр триллионлы сикте үтеп, “ковидҡа тиклемге” кимәлдән ашып китте. Интернет аша һатыуҙар 42,8 процентҡа артты. Былтыр Башҡортостан Республикаһы ҡулланыусыларҙың мәнфәғәтен яҡлау кимәле буйынса беренсе урынды яуланы.
Хаҡты контролдә тотоу өсөн Мониторинг үҙәге ойошторола. Ул социаль әһәмиәтле тауарҙар йыйылмаһына ғына түгел, электрониканан алып оҙаҡ ҡулланыла торған әйберҙәргә, төҙөлөш материалдарына тиклемге киңерәк даирәгә күҙәтеүҙе тормошҡа ашырасаҡ.
Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек
Халыҡ-ара күләмдә предприятиеларҙың конкурентлыҡ ҡеүәһен сағылдырған төп күрһәткес – ул экспорт. 2021 йылда Башҡортостан Республикаһында ул элгәре йыл менән сағыштырғанда 17,8 процентҡа артҡан.
Рәсәй экспорт үҙәге рейтингында Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге ил төбәктәре араһында икенсе урынды биләй. Былтырғы йомғаҡтар буйынса республика экспорт стандартын ғәмәлгә индереү йәһәтенән алдынғылар исемлегенә инде.
2021 йылда Нурсолтанда һәм Минскиҙа “Башҡортостан Республикаһының “Офис-төркөм” конгресс-бюроһы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының вәкиллектәре асылды. Төркиәлә һәм Австрияла вәкиллектәр үҙ эшен дауам итә, уларҙы Үзбәкстанда һәм Ҡытайҙа асыу планлаштырыла. Донецк Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү эштең йәнә бер йүнәлешенә әүерелә.
Инвестиция
2021 йылда төп капиталға инвестиция күләме 419,3 миллиард һум тәшкил итте, ул бер йылда 5,1 процентҡа үҫкән. Төбәктә тормошҡа ашырылған төп һәм өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына килгәндә, улар – 280, инвестицияның дөйөм күләме 934,4 миллиард һум тәшкил итә.
Былтыр инвестиция күләме 218 миллиард һумлыҡ 56 өҫтөнлөклө проект тамамланған. Улар республика халҡына 7,5 меңдән ашыу яңы эш урыны тәҡдим иткән.
Беҙ “Алға” махсус иҡтисади зонаһын әүҙем үҫтерәбеҙ. 2021 йылда Рәсәйҙәге махсус иҡтисади зоналарҙың инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе буйынса V милли рейтинг йомғаҡтары буйынса ул илебеҙҙә иң йылдам үҫкән махсус иҡтисади зона тип танылды. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә 100-ҙән ашыу резидент производствоһы асылды. Һөҙөмтәлә ошондай биләмәләр резиденттары моноҡалаларҙы үҫтереүгә алты миллиард һум самаһы инвестиция йүнәлтте, дүрт меңдән ашыу яңы эш урыны булдырҙы. Йылдам социаль иҡтисади үҫеш биләмәләрендәге резиденттар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында алдынғы урындарҙы биләй.
Төбәктә инвестиция шарттары ла яҡшыра. Былтыр Башҡортостан Республикаһы Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урынды биләгән. Башҡортостан 2022 йылда Төбәк инвестиция стандартын ҡулланыуҙы планлаштырған 30 төбәк иҫәбенә индерелде. Был инвесторҙар менән үҙ-ара эшмәкәрлекте яңы кимәлгә сығарыу һәм шәхси инвестициялар күләмен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Финанс
2021 йылда Башҡортостан Республикаһының йыйылма бюджетына 290 миллиард һумдан ашыу килем индерелгән, шуның 202,2 миллиард һумы – һалым һәм һалым булмаған килемдәр. Һуңғы өс йылда беҙ федераль ҡаҙнанан финанс ярҙамы күләмен дә ике тапҡырҙан ашыуға арттыра алдыҡ. Быйыл социаль сәйәсәткә һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуға өҫтәмә ассигнованиелар көтәбеҙ.
Башҡортостан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. 2019 –2021 йылдарҙа 52,1 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән.
Идара итеү системаһының яңы форматы
Беҙҙең маҡсат – Хөкүмәттең йылдам һәм юғары һөҙөмтәле эшен ойоштороу, граждандарыбыҙҙың тормошон уңайлыраҡ иткән һәр төрлө проекттарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыуға өлгәшеү. Әһәмиәтле һәм милли проекттарҙы бойомға ашырыу барышын аҙна һайын анализлайбыҙ, тикшерәбеҙ. Хөкүмәттең күсмә ултырышын үткәреүҙе практикаға индерҙек. Уларҙа муниципаль берәмектәрҙе үҫтереүҙең, уларҙағы халыҡтың иң киҫкен мәсьәләләрен хәл итеүгә баҫым яһайбыҙ.
2021 йылда Хөкүмәт тарафынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарауына 35 закон проекты тәҡдим ителгән. Төбәк Хөкүмәте тарафынан төҙөлгән көрсөккә ҡаршы саралар пакеты 50-нән ашыу норматив хоҡуҡ акты проектын йылдам ҡабул итеүҙе күҙаллай.
Беҙҙең бурыс үҙгәрешһеҙ ҡала – йәшәү өсөн иң уңайлы төбәк булдырыу.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.