

Иртәгә – Рәсәй менән Беларусь илдәре халҡының берҙәмлек көнө. Был көндө дәүләт кимәлендә билдәләйҙәр. 1996 йылдың 2 апрелендә Беларусь һәм Рәсәй союзы булдырыу тураһында килешеүгә Борис Ельцин ҡул ҡуя. Ул документ иҡтисади киңлекте һәм һуңынан ике илдең ҡануниәтен берләштереүҙе күҙ уңында тотоп төҙөлә. Ә бер йылдан һуң Беларусь һәм Рәсәй союзы тураһында тағы ла бер килешеүгә Александр Лукашенко ҡул ҡуя.
2000 йылдың 26 ғинуарында ике дәүләт башлығының ратификация грамоталарын алмаштырғандан һуң, Союздаш дәүләт булдырыу тураһындағы килешеү төҙөлә. Уның шарттары буйынса Рәсәй һәм Беларусь граждандары хеҙмәт, һаулыҡ һаҡлау, ял итеү һәм ошо илдәр биләмәһендә тотҡарлыҡһыҙ хәрәкәт итеү хоҡуғына эйә. Союздаш дәүләт сиктәрендә сәнәғәт, төҙөлөш, йыһанды үҙләштереү һәм башҡа йүнәлештәрҙә бихисап программалар ғәмәлгә ашырыла. Берҙәм хеҙмәттәшлек дәүләттәрҙең артабанғы программаларҙы булдырыуға уңышлы старт бирә: 2015 йылда Евразия иҡтисади союзы эш башлай, шулай уҡ Таможня союзы, Рәсәйҙә, Беларуста һәм Ҡаҙағстанда Берҙәм иҡтисади киңлек булдырыла.
Бөгөн, Рәсәй ҙур һынау алдына баҫҡан мәлдә, Беларусь Республикаһы, тиҫтә йылдар дауамындағы дуҫлыҡты иҫбатлап, Рәсәй менән бергә ҡалды. Башҡортостан менән Беларусь республикалары араһында дуҫлыҡ һәм иҡтисади бәйләнештәр нығынғандан-нығына.
Үрҙә әйтелгәндәрҙең бөтәһенән сығып, Рәсәй менән Беларусь халҡының берҙәмлек көнө ҡағыҙҙа ғына ҡалмауына, ғәмәлдә тормошҡа ашыуына инанаһың. Был – ике илдең халыҡтарының йөрәк түренән сыҡҡан дуҫлыҡ.
Р. ХӨСНУЛЛИНА.