Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Апрель 2022, 21:00

Башҡортостан эксперты: НАТО-ның маҡсаты – Рәсәйгә ҡаршы хәрби операцияларға әҙерләнеү

Илдәр НАТО-ға инә, ә артабан...

Башҡортостан эксперты: НАТО-ның маҡсаты – Рәсәйгә ҡаршы хәрби операцияларға әҙерләнеү
Башҡортостан эксперты: НАТО-ның маҡсаты – Рәсәйгә ҡаршы хәрби операцияларға әҙерләнеү

Рәсәй яғынан дипломатик тырышлыҡтарға һәм НАТО менән диалог ҡорорға маташыуға ҡарамаҫтан, беҙ бындай мөмкинлектән мәхрүм булып сыҡтыҡ. Башҡорт дәүләт университетының өлкән уҡытыусыһы, политология фәндәре кандидаты Кирилл Фадеев ошо турала һөйләне.

“НАТО-ның маҡсаты – Рәсәйгә ҡаршы хәрби операцияларға әҙерләнеү, – тигән фекерҙә Кирилл Фадеев. – Илебеҙ етәкселеге Рәсәйҙең суверенитетын яҡлау өсөн альянсҡа ҡарата оборона-иҫкәртеү рәүешендәге тышҡы сәйәси стратегияны тормошҡа ашырырға мәжбүр”.

Әүәлерәк Рәсәй Президенты Владимир Путин НАТО-ны Америка Ҡушма Штаттары тормошҡа ашырған тышҡы сәйәсәт инструменты тип атағайны.

“Хикмәт нимәлә һуң? Илдәр НАТО-ға инә, ә артабан инде ошо дәүләттәр биләмәһендә билдәле бер ҡорал төрҙәрен урынлаштырғанда уларҙан берәү ҙә рөхсәт һорап тормай.  Румынияла ракеталарға ҡаршы оборона системаһы элементтары тап шулай барлыҡҡа килде. Тиҙҙән Польшала ла шулай буласаҡ. Ә был инде илебеҙ сигенә бик яҡын. Әлбиттә, был беҙгә хәүефле, сөнки беҙҙең стратегик ядро ҡеүәтен юҡҡа сығарырға маташалар”, – тип белдергәйне Владимир Путин.

Мәғлүм булыуынса, НАТО блогы 1949 йылда социалистик дәүләттәр блогына ҡаршы тороу өсөн төҙөлә. СССР тарҡалғандан һуң да альянс һаҡланып ҡала, хәҙер ул АҠШ яғынан идара һәм контроллек итеүҙең хәрби ҡоралына әүерелде. Ошо осорҙа блок Югославиялағы, Ираҡтағы конфликттарҙа агрессор булды. НАТО, сик буйындағы биләмәләрҙә хәрби техникаһын урынлаштырып, күнекмәләр үткәреп, илде яуап ғәмәлдәре ҡылырға даими этәрә. 2010 йылда альянстың маҡсатҡа ярашлылығы мәсьәләһе күтәрелгәйне, ләкин Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы ”НАТО-ны йәнләндереү” өсөн нигеҙ булды. Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы бер нисә тапҡыр хәүефһеҙлек гарантияларын юридик йәһәттән нығытырға маташып ҡараны, ләкин килешеүгә өлгәшә алманы. Бер йыл элек, 2021 йылда, НАТО-ның генераль секретары Йенс Столтенберг Рәсәйҙе, террорсылыҡ, Ҡытайҙың күтәрелеше һәм климаттың үҙгәреүе менән бер рәттән төп хәүеф иҫәбенә индерҙе.

Бөгөн НАТО АҠШ-тың агрессив сәйәсәтен тормошҡа ашырыу кәрәк. Ул шулай уҡ партнер дәүләттәргә ҡорал һәм хәрби техника һатыу буйынса монополияны тәшкил итә.

Фото: u-f.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: