3 апрелдә Башҡортостандың 28 муниципаль районында урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына өҫтәмә һайлау булды. Тауыш биреүҙә һайлаусыларҙың 67 проценты (15380 кеше) ҡатнашты, шуларҙың 1,5 проценты (346 кеше) 24 марттан 2 апрелгә тиклем ваҡытынан алда тауыш бирҙе.
Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы рәйесе Лида Исаргакова өҫтәмә һайлау йомғаҡтары тураһында хәбәр итте. “Бөтә округтар буйынса 169 кандидат теркәлде, 68 кандидат еңеп сыҡты: “Берҙәм Рәсәй” партияһынан 61 кандидат һәм үҙ-үҙен тәҡдим иткән ете кеше. Бөрйән районындағы 5-се һайлау округының 1645-се участка һайлау комиссияһында ике кандидат та бер тигеҙ тауыш йыйҙы”, – тине ул.
Шулай уҡ 3 апрелдә һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзалары, атап әйткәндә, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Евгений Мельников, шулай уҡ “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһының федераль координаторы Алексей Песков, урынға барып һайлауҙы күҙәтте. Участка һайлау комиссияларына барғандан һуң, Алексей Песков урындағы халыҡтың һайлауға ҡыҙыҡһыныуының ярайһы уҡ юғары булыуын белдерҙе. Тауыш биреү барышын урындағы киң мәғлүмәт саралары яҡтыртты.
Фото: rg.ru