Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Апрель 2022, 23:50

Рәсәйҙең ныҡлы нигеҙе - милләт-ара татыулыҡ

Бөгөн Башҡортостанда 70-тән ашыу милли йәмәғәт берлеге эшләй. Уларҙың ҙурҙары Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһына, Халыҡтар дуҫлығы йорто составына инә.

Рәсәйҙең ныҡлы нигеҙе - милләт-ара татыулыҡ
Рәсәйҙең ныҡлы нигеҙе - милләт-ара татыулыҡ

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын уҙғарҙы. Унда Совет ағзалары, дин әһелдәре, милли-мәҙәни берлектәр вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.

Радий Хәбиров Совет ултырышында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп сығыш яһаны:

– Беҙҙең республиканың күркәм өҫтөнлөктәре күп. Шуларҙың иң мөһиме – милләт-ара, конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙең яҡшылығы, тыныслыҡҡа, килешеүсәнлеккә, бер-береңде хөрмәтләүгә ынтылыш.

Өс йыл элек Валдай клубы ултырышына ярашлы уҙған “Рәсәй һәм ислам донъяһы” сессияһында сығыш яһағанда уның ҡатнашыусыларына: “Әйҙәгеҙ, коллегалар, рус теленән "түҙемлек"те аңлатҡан “толерантлыҡ” һүҙен алып ташлайыҡ. Беҙҙең телдә быуаттар дауамында һыналған “халыҡтар дуҫлығы” һүҙбәйләнеше бар”, – тигән тәҡдим менән мөрәжәғәт иттем. Беҙҙә, Башҡортостанда, башҡорттар, рустар, татарҙар, мариҙар, сыуаштар, православие, мосолман, йәһүд динендәгеләр – бөтәһе лә бала саҡтан дуҫ. Бергә үҫәләр, уҡыйҙар, хеҙмәт итәләр, өйләнешәләр, ҡатнаш никах булдыралар. Шул уҡ ваҡытта, әлеге мәлдәге кеүек, ата-бабаларыбыҙ һымаҡ, Тыуған илен бергәләп һаҡлайҙар.

Өс йыл элек быны һөйләгән саҡта, әлбиттә, беҙҙең алда ошондай етди саҡырыуҙар булыр тип уйламағайным. Күп милләтле Рәсәй халҡына ҡулына ҡорал тотоп Тыуған илде һаҡларға тура килер тип. Һәм махсус операция батырҙары араһында быуаттар буйы туғандар кеүек йәшәгән рустар, чечендар, башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, мариҙар һәм башҡа милләт вәкилдәре булыр тип.

Ил өсөн еңел булмаған ваҡытта беҙҙең рухи берҙәмлегебеҙ ни тиклем көслө икәнен күрәбеҙ. Республика халҡы, барлыҡ рәсәйҙәр кеүек, Президент Владимир Владимирович Путиндың эшмәкәрлеген бер һүҙҙән хуплай.

Әле ябай булмаған ваҡыт. Был файҙаһыҙ, тип әйткән ғауғасыларҙан айырмалы, мин бары ябай булмаған ваҡыт тип әйтәм. Минең уйымса, иң мөһиме – бергә булырға, беҙҙең Президент эргәһендә тупланырға, ныҡ торорға, бар эштәрҙә, башланғыстарҙа уға ярҙам итергә кәрәк. Әгәр шулай эшләһәк, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ. Беҙгә бер-беребеҙгә ярҙам итеү, берләшеү мөһим.

Әле генә коллегалар менән көнбайыш илдәр етәкселәренең шундай түбәнгә тәгәрәүҙәре тураһында һөйләшеп торҙоҡ. Улар беҙгә нығыраҡ ауыр булыуын теләй. Бөтәгеҙгә лә Тамара Михайловна Танһыҡҡужина таныш – бөйөк спортсы, шашка уйындары буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы. Уның ниндәй шарттарҙа еңеүгә өлгәшкәнен беләһегеҙ: уйын ваҡытында өҫтәленән Рәсәй флагын алған хәлдә лә, етенсе тапҡыр донъя чемпионы титулын яуланы. Кисә Бөтә донъя шашка федерацияһы уны халыҡ рейтингынан сығарырға ҡарар итте.

Дошмандарса эшмәкәрлеккә һәр саҡ ҡаршы сара күрергә кәрәк тигән принцип буйынса йәшәнем. Яһиллыҡты тик ҡаты яуап менән генә туҡтатырға мөмкин. Шуға кәңәшләштек тә октябрҙә Тамара Танһыҡҡужина призына ҙур халыҡ-ара турнир уҙғарырға ҡарар иттек. Унда халыҡ-ара гроссмейстерҙарҙы саҡырабыҙ – ышанам, улар килер, шул иҫәптән Европа дәүләттәрендә эшләгән һәм граждандары булғандар ҙа.

Әйткәндәй, тарихи матчҡа ҡайтҡанда, ул саҡта Тамара Михайловнаның өҫтәленән Рәсәй флагын алғас, уның Польшанан дәғүәсеһе Наталья Садовская ла, теләктәшлек күрһәтеп, үҙенең флагын ала. Был Европала бөтәһенең дә беҙгә ҡаршы түгеллеген күрһәтә.  

Мин еткерергә теләгән төп фекер – һәр бер яһил эшмәкәрлеккә ҡаршы яуап бирергә, бер-беребеҙҙе яҡларға кәрәк. Ошонда артабанғы эшебеҙҙең йүнәлеше билдәләнергә тейеш. Һәм был мәсьәләлә күп нәмә һеҙгә бәйле.  

Рәсәй кеүек күп милләтле илгә халыҡтар һәм диндәр араһындағы тыныслыҡ – илдең теүәллеге, ҡеүәте, граждандарының берҙәмлеге өсөн хәл иткес мөһим шарт, – тине Радий Фәрит улы.

Республика Башлығы илдә берҙәм милли сәйәсәт идаралығы системаһының тормошҡа ашырылыуы, Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ булдырыу, 2025 йылға тиклем Рәсәйҙең дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын ҡабул итеүҙең тыныслыҡҡа булышлыҡ итәсәге тураһында ла һөйләне. Республикала ошо йәһәттән башҡарылған эштәргә лә байҡау яһаны, полилингваль гимназиялар асылыуы, туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырылыуы хаҡында ла бәйән итте.

Бөгөн Башҡортостанда 70-тән ашыу милли йәмәғәт берлеге эшләй. Уларҙың ҙурҙары Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһына, Халыҡтар дуҫлығы йорто составына инә.

– Украинаға һәм көнбайыш илдәренә иғтибар биргәндә, йәмғиәттә киҫкен милләтселек үҫеше кешенең мәҙәни һәм тел хоҡуҡтарын боҙоуға алып килеүен, яйлап яһил русофобие, ҡаты неонацизм формаһын алыуын күрәбеҙ. Ә Украина милләтселәренә айырым килгәндә, улар башҡа һыйғыһыҙ йыртҡыслыҡтарға барып етә.

Бөгөн ҡайһы бер көнбайыш эшмәкәрҙәре рус цивилизацияһын “алып ташларға” ғына түгел, ә беҙҙе бөтә донъянан айырырға теләй. Улар “граждандар ризаһыҙлығы”, “хәрби махсус операцияға күмәкләп ризаһыҙлыҡ белдереү” ойоштороп, өйрәнелгән импорт тауарҙарын алыуҙы сикләп, илебеҙҙәге берҙәмлекте ҡаҡшатырға теләй. Былар барыһы ла беҙҙең йәмғиәткә ҡаршы ғүмерҙә булмағанса һөжүм аша алып барыла, – тине Радий Хәбиров.

Совет ултырышында республикалағы традицион дин ойошмалары етәкселәре сығыш яһаны. Улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың илде һаҡлау маҡсатында ҡабул иткән ҡарарын хуплауын белдерҙе.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов төбәктә дәүләт милли сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙың нисек алып барылыуы тураһында һөйләне.

– Социологик күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, Башҡортостан халҡының 90 проценты төбәктәге милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең хәлен ыңғай баһалай. Был күрһәткес йыл һайын тотороҡло үҫеш күрһәтә: 2017 йылда – 80,1, 2018 һәм 2019 йылдарҙа 85 процент ине, – тине Азат Бадранов.

Премьер-министр урынбаҫары белдереүенсә, дәүләт милли сәйәсәтендә этномәҙәнилекте, телдәр төрлөлөгөн һаҡлау, уларҙы яҡлау мөһим өҫтөнлөк булып тора. Республикала 14 тел өйрәнелә. Башҡорт теленә башҡа милләттәр ҙә ҡыҙыҡһыныу белдерә.

Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры урынбаҫары Розалия Яппарова төбәктең дәүләт милли сәйәсәте концепцияһы менән таныштырҙы.

– Тәүге тапҡыр был документты Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының IV съезында ҡараныҡ. Концепция ике берҙәм мәсьәләне хәл итә – этномәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлау нигеҙендә Бөтә Рәсәй гражданлыҡ оҡшашлығын нығыта. Беҙ халыҡтарҙың тыныс йәшәүенең быуаттар тәжрибәһен иҫәпкә алабыҙ һәм заман саҡырыуҙарын да онотмайбыҙ. Шуға ла төбәгебеҙҙәге дәүләт милли сәйәсәте концепцияһы ғәмәли төрҙә, ә декларатив түгел, – тине Розалия Яппарова.

Башҡортостандағы украиндарҙың “Кобзарь” республика милли-мәҙәни үҙәге вәкиле Виталий Козленко ватандаштарына ярҙам иткән өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

– Мин үҙем украин, Луганск өлкәһендә тыуҙым, 2009 йылдан Башҡортостанда. Барлыҡ ошо ваҡытта милли һыҙатҡа бәйле бер ниндәй ҙә ҡыҫырыҡлау, насар ҡараш тойманым. Беҙ республика халҡының яҡташтарыма – мәжбүри күсеп килеүселәргә ярҙамын, Донбасҡа гуманитар конвой ебәреүҙәрен күрәбеҙ. Бөтә халыҡтар ҙа дуҫлыҡта йәшәргә тейеш, – тине Виталий Козленко.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.    

Рәсәйҙең ныҡлы нигеҙе - милләт-ара татыулыҡ
Рәсәйҙең ныҡлы нигеҙе - милләт-ара татыулыҡ
Рәсәйҙең ныҡлы нигеҙе - милләт-ара татыулыҡ
Рәсәйҙең ныҡлы нигеҙе - милләт-ара татыулыҡ
Рәсәйҙең ныҡлы нигеҙе - милләт-ара татыулыҡ
Рәсәйҙең ныҡлы нигеҙе - милләт-ара татыулыҡ
Рәсәйҙең ныҡлы нигеҙе - милләт-ара татыулыҡ
Рәсәйҙең ныҡлы нигеҙе - милләт-ара татыулыҡ
Рәсәйҙең ныҡлы нигеҙе - милләт-ара татыулыҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в