Илебеҙгә ситтән, төрлө яҡтан баҫым яһалғанда, милләт-ара татыулыҡ айырыуса мөһим әһәмиәткә эйә. Республикала һәр милләт вәкиле берҙәмлекте һаҡлап, килешеүгә ынтылып йәшәргә тейеш.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышы үтте. Унда республика етәкселеге төрлө милли һәм йәмәғәт ойошмалары, дин әһелдәре саҡырылғайны.
Сарала “Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Людвиг Зидымаков та ҡатнашты.
– Совет ултырышы дуҫтарса мөхиттә үтте. Рәсәйҙең Украинала алып барған махсус хәрби операцияһын бөтәһе лә хупланы. Сарала Башҡортостан удмурттарының тарихи-мәҙәни үҙәге бинаһын реконструкциялау буйынса һорау ҙа бирелде. Радий Фәрит улы тәҡдимде хупланы. Ул май айында Тәтешле районына эш сәфәре менән барғанда был бинаның торошон ҡараясаҡ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Людвиг Латипович.
Автор фотоһы.