Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышы үтте. Унда республикала милләт-ара татыулыҡты нығытыуға тос өлөш индергән бер төркөм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды.
Шул иҫәптән Чечен Республикаһы Башлығының Башҡортостандағы вәкиллегенең элекке етәксеһе Сайдамат Сайдмагомедович Мусаев Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.
– 2000 – 2021 йылдарҙа Чечен Республикаһы Башлығының Башҡортостандағы вәкиллеге етәксеһе булдым. Был награда минең өсөн - көтөлмәгән ваҡиға. Республика Башлығына һәм ошо сараны ойошторған кешеләргә ҙур рәхмәт. Тимәк, хеҙмәтем юғалып ҡалмаған, ғүмерем заяға уҙмаған. Башҡортостан - шундай матур республика. Аңым Чечен Республикаһында булһа, йөрәгем – Башҡортостанда! Үҙем Хәйбулла районы чечены. Башҡортостанды яратам! Ысынлап та, ошо дуҫлыҡ, үҙҙәрен ҡотлағандай ҡыуанып, йылмайып шатлыҡ уртаҡлашыуҙар – был ҙур ҡиммәткә эйә. Республика Башлығының минең башҡарған эштәрҙе баһалауы һөйөндөрә. Барыһы өсөн дә рәхмәт! – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Сайдамат Сайдмагомедович.
Автор фотоһы.