Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Апрель 2022, 20:00

"Дуҫлыҡ булған ерҙә үҫеш бар"

Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллинаға юғары награда тапшырылды.

"Дуҫлыҡ булған ерҙә үҫеш бар"
"Дуҫлыҡ булған ерҙә үҫеш бар"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышы үтте. Унда республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты. Совет ултырышына төбәк власы, төрлө милли һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре саҡырылғайны.

Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина: “Дуҫлыҡ булған ерҙә үҫеш тә, алға ынтылыш та, татыулыҡ та, һәр милләткә иғтибар ҙа бар”, – тип белдерҙе.

– Беҙ, ысынлап та, ифрат татыу, бик матур йәшәгән күп милләтле, күп динле республика. Телдәрҙең, милләттәрҙең, мәҙәниәттәрҙең күплеге - төбәгебеҙҙең генә түгел, илебеҙҙең дә байлығы, ныҡлы таянысы. Бөгөнгө Советтың ултырышы тәү сиратта ошо татыулыҡ нигеҙе булған механизмдарҙы, ысулдарҙы барлауға, тағы ла нығыраҡ көсәйтеүгә, һөҙөмтәлерәк итеп эшләтеүгә йүнәлтелгән. Әле беҙҙең дин әһелдәре, дини ойошмалар, мәҙәниәт, мәғариф өлкәләре, милли-мәҙәни ойошмалар – барыһы ла бергә ҡулға-ҡул тотоношоп төп байлығыбыҙҙы, ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлай. Дуҫлыҡ булған ерҙә үҫеш тә, алға ынтылыш та, татыулыҡ та, һәр милләткә иғтибар ҙа бар. Ошондай бергә ултырып көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарау – бик кәрәкле һәм мөһим эш, – тине Зөһрә Рәхмәтуллина.

Ултырыш аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Зөһрә Рәхмәтуллинаға милләт-ара татыулыҡты нығытыуға тос өлөш индергәне өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырҙы.

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: