Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Апрель 2022, 22:15

Төп йүнәлештәр буйынса ҡараштар тап килә

 Радий Хәбиров: "Беҙ депутаттар корпусы, Коммунистар партияһы ағзалары менән конструктив диалог алып барырға теләйбеҙ".

Төп йүнәлештәр буйынса ҡараштар тап килә
Төп йүнәлештәр буйынса ҡараштар тап килә

Бөгөн, 15 апрелдә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктән Рәсәй Коммунистар партияһы вәкилдәре менән осрашты.

Билдәле булыуынса, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса республика Хөкүмәте эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре тураһындағы отчет барышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа КПРФ фракцияһы етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин төбәк Башлығы Радий Хәбировҡа парламент фракциялары менән осрашыуҙар уҙғарыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткәйне. Республика етәксеһе был башланғысты хупланы һәм коммунистар фракцияһына ошондай осрашыуҙарҙы башларға ҡушты.

– Ил өсөн ошо еңел булмаған әлеге ваҡытта халыҡ өсөн мөһим мәсьәләләрҙе бергәләп тикшереү мөһим. Беҙ депутаттар корпусы, Коммунистар партияһы ағзалары менән конструктив диалог алып барырға теләйбеҙ. Һеҙ күп кешеләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлайһығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме - КПРФ ил етәкселеген тышҡы һәм эске сәйәсәттең төп йүнәлештәрендә хуплай. Теге йәки был хәлде баһалауҙағы айырмалыҡтар беҙгә бергәләп һөҙөмтәле идара итеү ҡарарҙарын сығарырға мөмкинлек бирә.

Тәү сираттағы бурыстар иҫәбендә Башҡортостан Башлығы иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеүҙе, социаль яҡланмаған халыҡ ҡатламына булышлыҡ ҡылыуҙы һәм төрлө сәйәси көстәрҙе туплауҙы атаны.

 – Ҡулланыу баҙарындағы хәлде иғтибар менән күҙәтәбеҙ, предприятиеларҙың эшмәкәрлеген мониторинглайбыҙ, халыҡтың хеҙмәт мәшғүллегенә булышлыҡ итәбеҙ. Беҙҙән бөтә власть кимәлдәрендә лә грамоталы менеджмент көтәләр. Был эште координациялау өсөн төбәктә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ойошторолдо, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙ бергәләп йәмғиәтебеҙҙе туплауға һәм илдең сәйәси системаһының тотороҡлоғон нығытыуға булышлыҡ итергә тейешбеҙ.

КПРФ-тың Башҡортостандағы бүлексәһенең беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин төбәк Башлығына конструктив диалог мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Беҙҙең стратегик ҡараштарыбыҙ башҡа сәйәси партияларҙағы коллегаларыбыҙ менән башлыса тап килә. Ил һәм республика етәкселеге тарафынан ҡабул ителгән курсты хуплайбыҙ, – тине ул. – КПРФ фракциялары Рәсәй Дәүләт Думаһында, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа, Өфө ҡалаһы Советында илебеҙҙең ҡеүәтен нығытыуға үҙ өлөшөн индерә. Был эш тәҡдим ителгән һәм йәмәғәтселек тикшереүенә сығарылған башланғыстарҙа, закон проекттарында мотлаҡ сағылыш табырға тейеш.

Осрашыуҙа КПРФ төбәк бүлексәһенең республика дәүләт власы органдары, гражданлыҡ йәмғиәте институттары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре, шулай уҡ партия проекттарын, башланғыстарын тормошҡа ашырыу тикшерелде.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в