Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Апрель , 17:00

Сибай башлығы министр итеп тәғәйенләнде

Радий Хәбиров шулай уҡ сибайҙарға ҡағылышлы яңылыҡтар тураһында ла әйтте. 

Сибай башлығы министр итеп тәғәйенләнде
Сибай башлығы министр итеп тәғәйенләнде

Бөгөн иртә менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Сибай ҡалаһына барҙы. Бында мөһим сәйәси ваҡиға булды – ҡала мэры Рөстәм Афзалов вазифаһынан бушатылды һәм яңы урынға тәғәйенләнде. Бөгөндән ул Башҡортостанда яңы булдырылған Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры эшен башҡарасаҡ. Былар тураһында Башҡортостан Башлығы оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

– Мин бөгөн Сибай халҡынан Рөстәм Афзаловты республика Хөкүмәтенә эшкә ебәреүҙе һораным. Уның эш тәжрибәһе бик ҙур. Мин һәр ваҡыт әйтеп киләм: кем муниципалитет башлығы булып эшләгән, ул универсаль етәксегә әйләнә. Беҙ уны юғары компетенциялы һәм кешелекле етәксе итеп күрҙек. Уның эшмәкәрлеге Сибайҙағы ауыр осорға тура килде. Карьерҙы ла һүндерҙек, коронавирус менән дә көрәштек. Ҡала үҫеште, объекттар артты. Яңы вазифала үҙенең иң яҡшы сифаттарын күрһәтер тип ышанабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Рөстәм Афзаловҡа дүрт йыл ярым Сибай башлығы булып эшләгәне өсөн рәхмәт әйтте. Сибайҙың яңы башлығы тураһында ҡарар яҡын арала ҡабул ителәсәк. Әлегә был вазифаны урынбаҫар Гүзәл Ишемғолова ваҡытлыса башҡарып торасаҡ.

Шулай уҡ Сибай тураһында һөйләп, Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙма ла ҡалдырҙы. Бында “Терра Урал аръяғы” паркы буйынса эштәр алып барыла.

“Эштәр дауам итә, бөгөндән экопарктың ҡыҙыҡлы контуры күренә башланы ла. Һуҡмаҡтар, эскәмйәләр, ял зоналары, бәүелсәктәр – урындағы халыҡ белдереүенсә, парк төҙөлөп бөтмәһә лә, бында бөгөндән кеше өҙөлмәй. Проектты беҙҙең Ҡалаларҙы үҫтереү институты булдырҙы. Урындағы үҙенсәлектәрҙе, сибайҙарҙың теләген күҙ уңында тоттоҡ.

Паркта йөрөү һәм рекреация зоналары, өлкәндәр, коляскалы әсәләр, йәштәр, бәләкәстәр өсөн майҙасыҡтар бар. Планда – ваҡиғалар майҙансығын һәм спорт коворкингын булдырыу. Хатта быуа ла буласаҡ.

Әйтергә онотоп торам, был парк урынында элек ташландыҡ урын булған. Хәҙер уның тиҙерәк төҙөлөп бөткәнен көтәм, барып күрәсәкмен”, – тип яҙҙы ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в