Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Апрель 2022, 20:00

Исемен тарихта ҡалдырыу өсөн...

Владимир Жириновский хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереү маҡсатында ниндәй сара тәҡдим иткәндәр?

Исемен тарихта ҡалдырыу өсөн...
Исемен тарихта ҡалдырыу өсөн...

Рәсәйҙең либерал-демократик партияһы вәкилдәре Рәсәйҙең Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина менән осрашыуҙа Владимир Жириновский төшөрөлгән купюра йәки монета сығарыу мөмкинлеге тураһында һораған.

“Бик сикле тиражда ғына буласаҡ. Был бөйөк кешенең исемен тарихта ҡалдырыу өсөн кәрәк”, - тип хәбәр ителгән партияның социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Билдәле булыуынса, 6 апрелдә сәйәсмән, Дәүләт Думаһы партияһы лидерҙарының береһе Владимир Жириновский коронавирус эҙемтәләренән һуң вафат булды.

Фото: intheme.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: