Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Апрель 2022, 12:45

Сергей Кириенко: “Тарихи дөрөҫлөк – нацизмға ҡаршы көрәштә төп ҡорал”

Нацизмдың һәм фашизмдың еребеҙгә әйләнеп ҡайтыуына 10 йыл элек кенә ышаныуы ла ҡыйын ине...

Сергей Кириенко: “Тарихи дөрөҫлөк – нацизмға ҡаршы көрәштә төп ҡорал”
Сергей Кириенко: “Тарихи дөрөҫлөк – нацизмға ҡаршы көрәштә төп ҡорал”

19 апрелдә Мәскәүҙәге Еңеү музейында “Көс – дөрөҫлөктә!” беренсе Бөтә Рәсәй мәктәп тарихи форумы асылды. Форум Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нацистар һәм уларҙың ярҙамсылары тарафынан Совет халҡына ҡаршы ҡылынған енәйәттәрҙең ҡорбандарын иҫкә алыу буйынса Берҙәм ғәмәлдәр көнөнә ҡарата ойошторолдо.

Форумды асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Сергей Кириенко ҡатнашты. “Тарихи дөрөҫлөк нацизмға ҡаршы көрәштә төп ҡоралды тәшкил итә. Советтар Союзы халҡыбыҙҙың был тарихи миссияһын үтәгәне булды, беҙ нацизмды бер тапҡыр еңгәйнек инде. Халҡыбыҙ, илебеҙ нацизм беҙҙә, Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла һис ҡасан да баш ҡалҡыта алмаһын өсөн барыһын да эшләйәсәк”, – тине ул.

Кириенко әйтеүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы фажиғәләренән, миллиондарса ҡорбандарҙан, халыҡ-ара Нюрнберг трибуналынан һуң нацизмдың һәм фашизмдың еребеҙгә әйләнеп ҡайтыуына 10 йыл элек кенә ышаныуы ла ҡыйын ине.  “Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн был ысынбарлыҡҡа әүерелде, – тине ул. – Эйе, был ысынбарлыҡ йәшеренеп маташа. Meta халыҡ-ара компанияһы (Рәсәйҙә экстремистик тип танылған) кешеләрҙе милли үҙенсәлектәренә ҡарап үлтерергә саҡырырға ярамай, ләкин рустар булһа, бер аҙ мөмкин, ти”.

Мәғлүм булыуынса, Мәскәүҙең Тверь суды 2022 йылдың 21 мартында Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһының дәғүәһен ҡәнәғәтләндереп, Meta хужа булған  Instagram һәм Facebook  селтәрҙәре эшмәкәрлеген экстремистик тип таныны һәм Рәсәйҙә уларҙың эшен тыйҙы.

Фото: sakhalinmedia.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: