Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Апрель 2022, 16:50

"Балаларҙы ҡотҡарырға теләнек"

"Һуғыштың беренсе көнөнән алып мәктәптәр һәм дауаханалар эшләмәне, банктар ябылды. Унда Рәсәй ғәскәрҙәренең булыуынан уңдыҡ. Николаевтағы дуҫтарыбыҙ сығырға теләй, ләкин булдыра алмай – сығармайҙар, йәки ситкә сыҡҡанда аталар”, - тип иҫенә төшөрә Лиза.

"Балаларҙы ҡотҡарырға теләнек"
"Балаларҙы ҡотҡарырға теләнек"

Бөгөн иртән менән Өфө "Симферополь-Пермь” поезы менән Украинаның Херсон өлкәһенән ирекһеҙҙән күсеп килгән кешеләрҙе ҡаршыланы. Әлегә бөтәһе 15 кеше килде, уларҙың өсәүһе – балалар (иң бәләкәйенә туғыҙ ай). Шулай уҡ бер эт менән бесәй ҙә бар. Әлбиттә, йорт хайуандары юлда йонсоған, тик барыбер үҙҙәрен сабыр тотҡан. Әйткәндәй, этте шунда уҡ эҙәрмәндәр отрядының кинологтары үҙҙәрендә тотор өсөн алған. 

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, күскенселәрҙе перронда ҡаршы алып, әйберҙәрен төшөргәндән һуң, уларҙы мобиль ФАП-ҡа оҙатҡандар. Бында коронавирусҡа экспресс-анализ яһағандар.

– Сығышым менән дә, үҙемде тойоуым буйынса ла мин русмын. Херсонға хәрби булған атайым күсергәйне. Ирем Украинала тыуған. Күсеү тураһындағы ҡарар ауыр булды тип әйтә алмайым, тиҙ генә уйланыҡ. Унда булыу мораль яҡтан ауыр. Херсонды һуғышһыҙ бирҙеләр, емереклектәр юҡ. Тик төндәрен шартлау тауыштарын ишетеү ауыр, – тип һөйләгән Ирина Можакаева.

Күскенселәр тәүҙә Ҡырымға барған, унан бөтәһен бергә йыйып, төбәктәргә таратҡандар. Ирина белдереүенсә, уларҙы бөтә ерҙә лә яҡшы ҡаршы алғандар. Бының өсөн ул рәхмәтле. Ике тәүлек юлда үткәргәндән һуң улар ниһайәт Өфөгә килеп еткән.

Херсонда Ирина коммуналь хеҙмәттәрҙә эшләгән. Ғаиләһенең ике бүлмәле фатиры ҡалған. Үҙҙәре менән тик кәрәкле ике сумаҙан әйбер генә ала алғандар. Рәсәйҙә уларҙың пландары шундай – кәрәкле документтар эшләргә, рәсмиләшергә һәм эшләй башларға. Аҙаҡ ул Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән улы янына китмәксе.

Олег Месенидзе тигән кеше Рәсәйгә балаларын килтергән – Сабринаға өс йәш, Илонаға – туғыҙ ай. Улар туғыҙ кешенән торған ҙур ғаилә менән килгән.

– Әлегә ҡайҙа ҡалырыбыҙҙы белмәйбеҙ, хәлдәргә ҡарарбыҙ. Тик тегендә ҡалыу хәүефле ине – миңә ҡыҙҙарымды ҡотҡарырға кәрәк булды. Бөтә нәмәне лә ҡалдырҙыҡ та киттек. Тирә-яҡта аталар, бомбалар шартлай. Украина армияһы Херсон өлкәһен ер менән тигеҙләйбеҙ тип янай ине, быны көтөп ултыра алманыҡ. Рәсәйҙә күп тапҡырҙар булғаным бар, кешеләре һәйбәт. Әле үҙебеҙҙе хәүефһеҙлектә тоябыҙ, – ти ир.

Лиза Мещанинцеваның балаларына хәүеф янаған: улар социаль селтәрҙә Рәсәй өсөн сығыш яһаған, шунан һуң ғаиләһе менән Украинаның милли гвардияһынан бәйләнешкә ингән, ихатала “растяжкалар” ҡуябыҙ тип янағандар, улар урамға сығырға ҡурҡҡан.

“Тиҙ генә йыйындыҡ. Беҙҙе сиккә алып сыҡҡан дуҫыбыҙға рәхмәт. Киләсәктә беҙҙе нимә көтә – белмәйем. Бында туғандарыбыҙ ҙа, дуҫтарыбыҙ ҙа, бер кем дә юҡ. Беҙ Рәсәйгә йүгерҙек, һәм хәҙер бында булыуыбыҙға шатбыҙ. Һуғыштың беренсе көнөнән алып мәктәптәр һәм дауаханалар эшләмәне, банктар ябылды. Унда Рәсәй ғәскәрҙәренең булыуынан уңдыҡ. Николаевтағы дуҫтарыбыҙ сығырға теләй, ләкин булдыра алмай – сығармайҙар, йәки ситкә сыҡҡанда аталар”, - тип иҫенә төшөрә Лиза.

Өфөгә килгәндәрҙең барыһын да “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы биләмәһендәге ваҡытлыса тороу пунктына урынлаштырҙылар. Унда социаль һәм миграция хеҙмәттәре белгестәре эшләйәсәк. Улар документтарҙы тергеҙеүҙә, эшкә урынлашыуҙа, социаль түләүҙәрҙе рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Балаларҙы педиатрҙар ҡараясаҡ, тейешле прививкалар яһаясаҡ, балалар баҡсаһына урынлаштырасаҡ, парта артына ултыртасаҡ. Кәрәк булғанда психологик ярҙам күрһәтеләсәк.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итеүенсә, был махсус хәрби операция уҙғарыу зонаһынан мәжбүри күскенселәрҙең тәүге ойошҡан төркөмө булды. Әлеге ваҡытта төбәктә 70-тән ашыу үҙҙәренең яҡындарына килгән кешеләр бар.

– Планға ярашлы, яҡын арала 500 күскенсенең килеүе көтөлә. Әлеге ваҡытта ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары дүрт меңгә яҡын кешене урынлаштырыу өсөн йыһазландырылған. Тиҙҙән төбәккә тағы ла ике мең самаһы кеше килеүе мөмкин, – тине Максим Забелин.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: