Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Апрель 2022, 21:30

Халыҡҡа иң яҡыны - улар

“Муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының XII съезындағы сығышында Радий Хәбиров ниндәй уңыштарҙы һәм хәл итәһе мәсьәләләрҙе барланы? 

Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында ҙур сара – республиканың “Муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының XII съезы уҙҙы. Уның пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, район хакимиәте башлыҡтары, район Советы рәйестәре, урындағы муниципаль берәмектәр башлыҡтары, вәкилдәре ҡатнашты.

Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы башҡорт телендә сәләмләне. Пандемияға бәйле, съездың ике йыл ойошторолмауын, әле иһә барыһының да осрашыуға һағынышып килеүен билдәләне.

Республика Башлығы, санкциялар баҫымына ҡарамаҫтан, илдә хәл тотороҡло ҡалыуы тураһында әйтте. Мәҫәлән, быйыл республика бюджетынан 54 районға ла юлдарға ҡырсынташ түшәүгә биш миллион һум аҡса бүленәсәк. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, илгә ҡаршы санциялар индерелгән шарттарҙа ла ауылдарҙы кадрҙар менән нығытыуға йүнәлтелгән бер программа ла ябылмаған. “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры”, “Ауыл тренеры”, “Ауыл уҡытыусыһы” - барыһы ла эшләүен дауам итә.

Мәктәптәргә капиталь ремонт буйынса президент программаһына ярашлы, республикала ике йылда 190 уҡыу учреждениеһы ремонтланған, ошо маҡсатта федераль бюджеттан 9,2 миллиард һум бүленгән.

– Был ҙур аҡса. Президентыбыҙға рәхмәт! Мәҫәлән, ошо маҡсатта республика бюджетынан беҙ бары 600 миллион һум ғына бүлә алдыҡ. Үҙегеҙ сағыштырығыҙ - ниндәй айырма, – тине Радий Хәбиров.

Мәғлүм булыуынса, быйыл да республикала төҙөлөштәр дауам итәсәк. Шул иҫәптән Өфө ҡалаһының Кузнецов Затоны биҫтәһендә, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында һәм Салауат районының Янғантау ауылында 500 урынлыҡ балалар баҡсалары йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Шулай уҡ мәктәптәрҙә капиталь ремонт эштәре лә дауам итәсәк. 2022 – 2026 йылдарҙа 365 мәғариф учреждениеһын яңыртыу ҡаралған. Быйыл ғаризаға муниципаль берәмектәрҙәге 103 бина индерелгән. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 2,9 миллиард һум күләмендә субсидия бүленгән. Башҡортостан был программа буйынса объекттарҙы өҫтәмә һайлап алыуҙа ҡатнаша – икенсе этап ғаризаһына 95 мәктәп бинаһы индерелгән.

Шулай итеп, ике йылда бөтәһе 9,982 миллиард һумға (федераль бюджеттан – 8,385 миллиард, республика ҡаҙнаһынан 1,597 миллиард һум) торошло 198 мәктәп бинаһын ремонтлау планлаштырыла.

Республикала “Арзан интернет” программаһы ғәмәлгә ашырыла, ундайҙар башҡа төбәктәрҙә юҡ. Былтыр 262 ауылға һәм 25 мең хужалыҡҡа интернет үткәреүгә өлгәшкәндәр. Быйыл иһә 65 ауылда кәрәҙле бәйләнеш өсөн мобилле операторҙарҙың база станцияларын урынлаштырыу планлаштырыла, йәғни Рәсәй буйынса иң ҙур күрһәткес.

Медицина хеҙмәтенә айырыуса ҙур иғтибар бүленә – 250 самаһы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Ошо йүнәлештә әле эш дауам итәсәк.

Республика Башлығы муниципалитет етәкселәрен урындарҙа янғын хәүефһеҙлеге сараларын камиллаштырырға саҡырҙы. Йорттарҙы газға тоташтырыу буйынса программа ла эшен дауам итә.   

Республика Башлығы төҙөкләндереү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне. “Уңайлы мөхит”, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаларында әүҙем ҡатнашырға, мөмкинлектән файҙаланырға саҡырҙы.

Инде бер йыл “Атайсал” проекты киң күләмдә тормошҡа ашырыла. Билдәле яҡташтар, эшҡыуарҙар үҙҙәренең тыуған ауылына ярҙам итә. Проект старт алғандан алып бөгөнгәсә биш меңдән ашыу тәҡдим ғәмәлгә ашырылған, уларҙа Рәсәйҙең 20 төбәгенән һәм сит илдәрҙән 2100 кеше ҡатнашҡан. Изге башланғытарға 570 миллион һум аҡса тотонолған. Әлеге ваҡытта 785 тәҡдим ғәмәлгә ашырыла.

Радий Хәбиров ялған араҡыға ҡаршы көрәш мәсьәләһенә лә туҡталды. Билдәле булыуынса, төбәк Башлығы республикала эш башлаған саҡта был проблема айырыуса киҫкен тора ине. Радий Хәбиров ошо мәсьәләне хәл итеүгә тотондо, был маҡсатта төрлө саралар күрелде. Әле хәл тотороҡланһа ла, артабан да суррогат араҡыға ҡаршы эш дауам итәсәк.

Съезд делегаттары иртәндән төрлө йүнәлештәрҙәге секция эштәрендә ҡатнашты. Уның һөҙөмтәһе буйынса пленар ултырышта сығыш яһанылар, муниципалитеттарҙы борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙеләр.

Сара аҙағында иң яҡшы муниципаль берәмек етәкселәренә дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Илшат ВӘЗИҒӘТОВ, Яңауыл районы хакимиәте башлығы:

– “Муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы эшенең мөһимлеген беҙ күптән аңланыҡ. Беренсе көндәрҙән үк уның идара итеү ағзаһы булып торҙом, үҙгәреш өс йыл элек кенә булды. Күп мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Нәҡ ошо ассоциация аша закондарҙа булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙәрен һорайбыҙ. Күҙәтеү органдары ауыл, ҡала биләмәләрен күпләп тикшерә башлаһа, беҙ ассоциация аша был мәсьәләне хәл итергә тырышабыҙ, сөнки улар системаға бәйле. Съезда үҙебеҙҙе борсоған мәсьәләләр, шулай уҡ ҡыуаныстарыбыҙ, ҡаҙаныштырабыҙ менән уртаҡлаштыҡ.  

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Халыҡҡа иң яҡыны - улар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: