Был ғаилә драмаһы тураһында алдараҡ яҙғайныҡ. Благовещен ҡалаһында йәшәгән ҡатын ике бәләкәй ҡыҙы менән ғәйеп булды. Балаларҙың береһенә - алты, икенсеһенә дүрт йәш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Благовещен суды ҡарары буйынса ҡыҙҙарҙың әсәһе билдәле бер ваҡытта һәм көндәрҙә балаларҙың атаһына улар менән аралашырға, ваҡыт уҙғарырға, шулай уҡ уларҙы йәшәгән урынына кире ҡайтарырға тейеш. Судтың законлы көсөнә ингән ҡарарын белә тороп, ҡатын уны үтәү өсөн саралар күреү урынына йәшәгән урынын ташлап, бәлиғ булмаған балаларын билдәһеҙ йүнәлештә алып сыҡҡан.
Апрель башында суд ҡарарын үтәмәгән ҡатынды балалары менән бергә эҙләй башлайҙар. Һәм бына әле уларҙың яҙмышы билдәле булды. Суд приставтары хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар Мәскәү ҡалаһында табылған.
Әлеге ваҡытта Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Мәскәү буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре булышлығында ҡатындан артабан йәшәүе, шулай уҡ суд ҡарарын үтәүе буйынса һорау алынған. Уға суд приставтары бүлегенә килергә кәрәклеге, шулай уҡ суд ҡарарын үтәмәгән осраҡта административ яуаплылыҡ перспективаһы тураһында иҫкәртеү ҡағыҙы тапшырылған. Бәлиғ булмаған үҫмерҙәр менән аралашыу тәртибен билдәләү буйынса суд ҡарарын артабан үтәүҙе ведомствоның вазифалы кешеләре контролдә тота.
Фото: "Башинформ.